11:25 (UTC+5), 01 Ноября 2018

Федерация Советында ҡотҡарылған ғүмер өсөн Башҡортостандан етенсе класс уҡыусыһын бүләкләнеләр

Федерация Советы
Наталья Овчарук
ӨФӨ, 2018 йыл, 1 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. 1 ноябрҙә Федерация Советында экстремаль осраҡтарҙа батырлыҡ күрһәткән балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе бүләкләү тантанаһы уҙҙы. Миҙалдар һәм бүләктәр алған 20 йәш герой араһында Башҡортостандан етенсе класс уҡыусыһы Камилла Тайсина. Ҡыҙ кеше быйыл яҙғыһын класташын ҡотҡарған.
4 апрелдә Камилла Миша менән бергә, Стәрле йылғаһы аша күпер буйлап сығып барғанда, йөҙөп йөрөгән өйрәктәрҙе күреп ҡалған. Балалар ҡоштарҙы сохарый менән ашатып алырға булған. Ҡыҙ дуҫын яр буйында ҡалыуын һораған, әммә малай тыңламай боҙ буйлап китеп барған. Һөҙөмтәлә етенсе класс уҡыусыһы боҙ аҫтына китеп, бата башлаған.
Камилла юғалып ҡалмаған, Мишаға шыуышып килеп, уны ярға һөйрәп сығарған.
«Һуңынан мин уны өйөмә алып ҡайттым, сөнки ул өшөр ине. Мин уға эҫе сәй эсерҙем, ванна бүлмәһенә ебәрҙем һәм алмаш кейем бирҙем», — тип һөйләне Камилла Тайсина.
Йәш герой: «Ярҙам итергә мөмкинлегең булғанда, ниңә ситтә ҡарап торорға?», - тип ябай ғына фекерләй.
Быға тиклем «Башинформ» агентлығы Камилла Тайсинаны Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының маҡтау грамотаһы менән наградлауҙары тураһында хәбәр иткәйне.
http://www.bashinform.ru/news/1232862-v-sovete-federatsii-za-spasennuyu-zhizn-nagradili-semiklassnitsu-iz-bashkirii-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика