12:30 (UTC+5), 31 Октября 2018

Әсәлек капиталын биреү ваҡыты бер айҙан 15 көнгә тиклем ҡыҫҡартылды

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 31 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин әсәлек капиталын биреү буйынса ҡарар ҡабул итеү ваҡытын ике тапҡырға ҡыҫҡартыу тураһындағы законға ҡул ҡуйҙы. Шулай итеп, төбәк Пенсия фонды әсәлек капиталын алыу өсөн ғаризаны бер ай түгел, ә 15 көн эсендә ҡарарға тейеш. Пенсия фондына ата-әсә тураһында мәғлүмәт тапшырған ойошмалар һорауға элеккесә ике аҙна урынына биш көндә яуап бирергә бурыслы.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамы программаһы эшләй башлағандан алып республикала 295 мең әсәлек капиталы сертификаты бирелгән.
Әсәлек капиталының күләме ваҡыты менән индексациялана. 2019 йылда ул 453 мең һум була, 2020-лә - 470 мең һумға тиклем, ә 2021 йылда 489 мең һумға ҡәҙәр арта. Индексация бюджет проектында билдәләнгән.
Әле Рәсәйҙә әсәлек капиталының күләме 453 мең 26 һум тәшкил итә.
http://www.bashinform.ru/news/1232318-sroki-vydachi-materinskogo-kapitala-sokratili-s-mesyatsa-do-15-dney/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика