14:01 (UTC+5), 31 Октябрь 2018

Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы идаралығы элекке Коммерция училищеһы биләмәһенең сиктәрен раҫланы

асыҡ сығанаҡтарҙан
асыҡ сығанаҡтарҙан
ӨФӨ, 2018 йыл, 31 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы идаралығының Өфөнөң Ленин урамында урынлашҡан «Коммерция училищеһы бинаһы» федераль әһәмиәттәге мәҙәни мираҫ объекты биләмәһенең сиктәрен раҫлау тураһында бойороғо баҫылған.
Документта биләмәнең схемаһы сиктәрҙең координаталары килтерелә.
Өфө коммерция училищеһы бинаһы – XX быуаттың беренсе яртыһындағы тарихи һәм архитектура һәйкәле. 1912 йылда архитектор А.К. Гуськовтың проекты буйынса һалынған.
1917 йылға тиклем бында коммерция һәм сауҙа өлкәһендә белгестәр әҙерләгән урта уҡыу йорто булған. Граждандар һуғышы осронда бина ҡыҙылармеецтар өсөн казарма итеп йыһазландырыла. Артабанғы йылдарҙа унда клуб, Пионерҙар йорто, Өфө авиация институты һәм Өфө ҡалаы музейы урынлашҡан. Бөгөн бина авиация колледжы корпустарының береһе булып тора.
2010 йылда уның тарихи йөҙө тергеҙелде. П рәүешендәге ике ҡатлы бина неоклассицизм һәм модерн элементтары менән «кирбес стилендә» төҙөлгән.
http://www.bashinform.ru/news/1231926-bashkultnasledie-utverdilo-granitsy-territorii-zdaniya-byvshego-kommercheskogo-uchilishcha/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика