10:29 (UTC+5), 30 Октября 2018

Республикала тәрбиәгә алған һәм патронат ғаиләләргә пособиелар 4% арттырыла

Карина Камаева
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 30 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. 2019 йылдың 1 ғинуарынан тәрбиәгә алған һәм патронат ғаиләләрҙәге балаларҙы ҡарауға айлыҡ пособиелар, тәрбиәгә алған һәм патронат ата-әсәләргә тейешле түләүҙәр, опекаға һәм попечителлеккә бирелгән балаларҙы ҡарау өсөн пособиелар күләме 4% арттырыла.
«Республикала бындай индексация даими уҙғарыла. Ағымдағы йылда улар һиҙелерлек артты — 2018 йылдың 1 ғинуарынан республика парламенты ҡарары менән бер юлы 16% күтәрелде. Быйыл индексация бик ҙур түгел, ләкин, шуға ҡарамаҫтан, йыл йомғаҡтары буйынса фаразланған инфляция кимәленән юғарыраҡ», — тине республика парламенты спикеры Константин Толкачев.
Закон проекты буйынса аҙаҡҡы ҡарарҙы Дәүләт Йыйылышы депутаттары йыл һуңына тиклем ҡабул итергә тейеш. 2019 йылда законды тормошҡа ашырыу өсөн сығымдар 65 миллион һумдан ашыу тәшкил итер тип көтөлә. Пособиеларҙың аныҡ күләме ғаиләнең төрөнә, балаларҙың һаулыҡ торошона, уларҙың һанына, башҡа шарттарға бәйле тирбәлә һәм индексациянан һуң бер балаға 6 350 һумдан 11 249 һумға тиклем була.
http://www.bashinform.ru/news/1231592-v-bashkirii-na-4-uvelichat-posobiya-priemnym-i-patronatnym-semyam/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика