08:35 (UTC+5), 30 Октября 2018

Өфөлә «АҫылташХ» форумы Башҡортостан йәштәрен йыя

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2018 йыл, 30 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 30 октябрҙә «Башҡортостан» Lifestyle үҙәгендә «АҫылташХ» сараһы уҙа. Форум Өфө ҡалаһының алдынғы башҡорт йәштәрен йыя, унда республика лидерҙарының сығышы көтөлә.
«АҫылташХ» - ТED-конференция мотивтары буйынса эшләнгән проект, әммә ул тәүгә башҡорт телендә уҙа. Сығыш яһаусы спикерҙарҙарҙың бурысы – 15-20 минут эсендә үҙҙәренең инсайттарын аңлатып биреү, тәжрибәләре тураһында һөйләү йәки аудиторияға мөһим фекерҙе еткереү. «Идеялар таратыуға лайыҡ», — тип яңғырай ТED конференцияһы слоганы.
Сығыш яһаусылар араһында — модельер Гүзелиә Бай, «Башҡорт проекттары»н ойоштороусы Илдар Кинйәбулатов, музыкант Рузилә Йәмилова, стартапер Тамьян Ғәбитов, эшҡыуар, сәйәхәтсе Денис Өмөтбаев.
Сарала башҡорт телен аңлаған бөтә теләүселәр ҡатнаша ала. Бының өсөн һылтанма буйынса теркәлергә һәм инеү билетын түләргә кәрәк.
«Аҫылташ» бренды сиктәрендә бер нисә сара: башҡорт мәҙәниәте форумы, башҡорт телендә дебаттар, яңыраҡ Республика көнөнә уҙғарылған милли квест эшләй, — тип аңлатма бирҙе ойоштороусылар. — Хәҙер яңы – АҫылташХ проектын эшләтеп ебәрәләр».
Башҡортостандың Йәш яҡташтар ассоциацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Йәштәр гвардияһы сараның ойоштороусылары булып сығыш яһай.
Форум киске сәғәт 7-лә башлана. Тулыраҡ мәғлүмәтте 8 (987) 031-56-65 (Айзилә Мөлөкова) телефоны буйынса алырға мөмкин.
http://www.bashinform.ru/news/1231648-v-ufe-forum-a-yltashkh-soberet-molodezh-bashkortostana/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика