06:25 (UTC+5), 29 Октября 2018

Радий Хәбиров Ейәнсура районынан балалар йорто тәрбиәләнеүсеһен Өфөгә саҡырҙы

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 29 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин, Ләйлә Аралбаева/. Ейәнсура районы үҙәгендә Иҫәнғолда Радий Хәбиров балалар өсөн социаль приютта булды. Бында ул балалар менән аралашты, улар менән бергә сәй эсте. Радий Хәбиров балалар йорто тәрбиәләнеүселәренең береһен – 12 йәшлек Айгүзәл Аҙнабаеваны Өфөгә ҡунаҡҡа саҡырҙы. Айгүзәл шиғырҙар яҙа һәм ижади бәйгелә еңеүсе булды, наградаға Дүртөйлөгә бара. Республика етәксеһе уға үҙенең эш бүлмәһен күрһәтәм, уның өсөн Өфө буйлап махсус эскурсия үткәрәләр тине.
Айгүзәл һөйләшкән саҡта ныҡ тулҡынланыуын белдерҙе. Уның өсөн ҡунаҡҡа саҡырыу көтөлмәгән ваҡиға булды, хәҙер ул сәфәргә әҙерләнә.
Социаль приют бүлексәһе мөдире Лилиә Әлмөхәмәтова «Башинформ» агентлығына етәксе менән осрашыуҙан тик яҡшы тәьҫоратта ҡалыуын һөйләне.
«Радий Фәрит ул бик асыҡ һәм ыңғай кеше. Беҙгә йылмайып килеп инде, балаларыбыҙ менән бик ихлас аралашты. Беҙ мунса төҙөү мәсьәләһендә булышлыҡ итеүен һораныҡ, сөнки тәрбиәләнеүселәребеҙҙең күбеһе ауылдан һәм мунсала йыуынырға ғәҙәтләнгән. Беҙҙең бинаға капиталь ремонт кәрәк. Иҙән-түшәмдәрҙе алмаштырыуға һәм башҡа эштәргә сметалар әҙер. Радий Фәрит улы был мәсьәләләрҙә беҙгә ярҙам итәм тине», — тип һөйләне агентлыҡ әңгәмәсеһе.
Иҫәнғол социаль приютында Ейәнсура һәм Йылайыр райондарынан хәҙер 23 тәрбиәләнеүсе, күбеһенсә уларҙы бында опека органдары тапшыра.
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Иҫәнғолда яңы паркта булды. Уны асыу 4 ноябргә билдәләнгән. Хәҙер эштәр аҙағына яҡынлаша. Паркта райондан алты Советтар Союзы Геройына бюст ҡуйыла, обелискты Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булғандарға асалар. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы урындағы хакимиәткә паркта балалар майҙансыҡтары ла ҡуйырға, шулай уҡ эргәлә футбол майҙансығы төҙөргә йөкләмә бирҙе.
http://www.bashinform.ru/news/1230764-radiy-khabirov-priglasil-vospitannitsu-priyuta-zianchurinskogo-rayona-pogostit-v-ufe-/
1 из 11
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика