09:15 (UTC+5), 29 Октября 2018

Баймаҡта яңы балалар поликлиникаһы төҙөйҙәр

Олег Яровиков
Олег Яровиков
Азат Ғиззәтуллин
ӨФӨ, 2018 йыл, 29 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Баймаҡта Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров урындағы район дауаханаһында булды. Балалар консультацияһында ул медицина хеҙмәткәрҙәре менән аралашты, эш шарттары, ҡала һәм район балаларын ҡабул итеү һәм дауалау менән ҡыҙыҡһынды.
Балалар консультацияһы мөдире Юлиә Кейекбирҙина «Башинформ» агентлығына уларҙың Радий Хәбировтан балалар медицина учреждениеһы өсөн яңы бина төҙөүҙә булышлыҡ итеүен һорауҙарын һөйләне.
«Радий Фәрит улы беҙҙең үтенес ҡараласаҡ һәм балаларҙы ҡабул итеү, дауалау уңайлы шарттарҙа алып барылырға тейеш тине», — тип билдәләне балалар консультацияһы мөдире.
Уның һүҙҙәренсә, уҙған быуаттың 70-се йылдарында төҙөлгән хәҙерге бинала быға тиклем терапия бүлеге урынлашҡан булған, ул бөгөнгө көн шарттарына тап килмәй инде.
«Баймаҡ, балалар поликлиникаһы. 6 мең балаға ни бары ике педиатр... Системалы, ҡаралмаған проблема, - тип яҙған Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә. - Яңы поликлиника төҙөйбөҙ, балалар һаулығында экономияларға ярамай. Әммә табиптарҙы әле уҡ табырға кәрәк. Тейешле хеҙмәттәргә бурыстар ҡуйҙым, йөкләмәләр үтәлешен контролдә тотам».
Балалар поликлиникаһы Баймаҡтан 6 меңдән ашыу баланы һәм Баймаҡ районынан 15 меңдән артыҡ баланы хеҙмәтләндерә. Юлиә Кейекбирҙина һүҙҙәренсә, балалар консультацияһында педиатрҙар етешмәй. Һигеҙ педиатрҙың дүртәүһе декрет ялында, ә өсәүһе пенсия йәшендә.
«Педиатрҙарыбыҙға бик ҙур эш тейә. Уларға 2-3-әр участканы хеҙмәтләндерергә тура килә. Тар белгестәр менән тәьмин ителгәнбеҙ, ләкин улар ҙа икешәр булһын ине. Йәш табиптар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, районға ҙур теләк менән килмәй. Күптәренә торлаҡ кәрәк, беҙҙә эш шарттары Өфөгә ҡарағанда һис тә насар түгел тип иҫәпләйем», — тип билдәләне Баймаҡ район дауаханаһының балалар консультацияһы мөдире.
Юлиә үҙе, 10 йыл элек медицина университетын тамамлап, педиатр булып эшләргә тыуған яғына ҡайтҡан.
«Мин үҙемдең ҡарарым тураһында үкенмәйем, бында мин яҡшы тәжрибә алдым һәм йәш коллегаларыма ла райондарға һәм бәләкәй ҡалаларға эшләргә килергә кәңәш итәм», — тип һөйләне Юлиә.
1 из 6
http://www.bashinform.ru/news/1230703-v-baymake-postroyat-novuyu-detskuyu-polikliniku/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика