07:30 (UTC+5), 29 Октября 2018

Башҡортостанда сәсәниә Радий Хәбировҡа фатиха яҙған

Мирон Доровских
Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2018 йыл, 29 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡорт сәсәниәһе Фәүзиә Ҡотлоғилдина республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировҡа фатиха яҙған. Текст социаль селтәрҙәр буйлап киң таралған.
Фәүзиә Ҡотлоғилдина – пенсионер, Ғафури районы Сәсәндәр мәктәбе етәксеһе. Алтынбикә псевдонимы аҫтында сығыш яһай. Социаль селтәрҙәр менән әүҙем ҡулланыусы, милли бәйгеләр модераторы. Яңыраҡ Өфөлә II Бөтә Рәсәй сәсәндәр фестивалендә ҡатнашты.
«Радий Фәрит улы – яҡташым, мин үҙем сығышым менән Ишембай районынан. Уны тәғәйенләгән көндө уҡ шиғырҙар килеп тыуҙы. Уларҙа мин уй-фекерҙәремде, өмөттәремде тупланым», — тип сәсәниә «Башинформ» агентлығына һөйләне.
Республика халыҡ ижады үҙәге генераль директоры урынбаҫары Нәфисә Тулыбаева сәсәндәрҙең ошондай теләк, фатиха ижады – тарихи йола:
«Халыҡ сәсәндәре һәр саҡ шулай эшләгән – кешеләргә мөһим ваҡиға алдынан фатиха биргән. Айҙар Байыҡты хәтергә алайыҡ: 1812 йылғы Ватан һуғышында ул башҡорт яугирҙарын оҙатҡан һәм ҡаршы алған».
«Радий Хәбировҡа фатиха»нан бер өҙөктө килтерәбеҙ.
http://www.bashinform.ru/news/1230670-v-bashkirii-seseniya-zapisala-blagoslovenie-radiyu-khabirovu/
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика