10:25 (UTC+5), 26 Октября 2018

Республикала 400 килограмға яҡын сифатһыҙ икмәк-ҡалас һәм кондитер изделары тартып алынған

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 26 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостандың сауҙа нөктәләрендә 400 килограмға яҡын сифатһыҙ икмәк-ҡалас һәм кондитер изделиелары һатыуҙан алынған. Өсөнсө кварталда Роспотребнадзор белгестәре етештереүҙән ҡулланыусыға еткереүгә тиклемге барлыҡ стадияларҙа сифат һәм хәүефһеҙлек тикшереүҙәрен үткәргән. Ошо осорҙа санитар-химик һәм физик-химик күрһәткестәр буйынса 1720 проба тикшерелгән.
Икмәк продукцияһында санитар-химик күрһәткестәр буйынса ҡәнәғәтләнерлек булмаған пробалар асыҡланмаған. Тикшереү үткән икмәк-ҡалас изделиеларының 2,9 проценты һәм кондитер изделиелары өлгөләренең 4,3 проценты физик-химик күрһәткестәргә тап килмәгән.
Икмәк һәм ҡалас пробаһында гендары үҙгәртелгән организмдар (ГМО) табылмаған. Кондитер изделиеларына килгәндә, санитар табиптар 20 проба алған һәм өлгөләрҙең 5 процентында ГМО тапҡан.
Ҡулланыусылар өҫтәленә сифатһыҙ ризыҡ эләкмәһен өсөн Роспотребнадзорҙың төбәк идаралығы белгестәре 280 килограмдан ашыу 33 партия икмәк-ҡалас изделиеларын һәм 315 килограмлыҡ 114 партия кондитер ризыҡтарын яраҡһыҙ тип тапҡан һәм һатыуҙан алған. Сәбәбе — норматив документтарға тап килмәй, тип аныҡлыҡ индерҙеләр ведомствола.
Бынан алда Башҡортостанда 124 килограмлыҡ 18 партия һөт ризығы һатыуҙан алынғайны. Сәбәбе иһә яраҡлылыҡ ваҡытының уҙыуы, тауар-оҙатыу документтарының булмауы, һаҡлау шарттарын үтәмәү. Предприятие етәкселәренә бойороҡ яҙылған һәм 256 мең һумлыҡ суммаға административ хоҡуҡ боҙоу тураһында протокол төҙөлгән.
http://www.bashinform.ru/news/1229872-v-bashkirii-izyali-pochti-400-kg-nekachestvennykh-khlebobulochnykh-i-konditerskikh-izdeliy-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика