17:07 (UTC+5), 25 Октября 2018

Республикала уҡыусы ҡыҙ һынамыштар буйынса алдағы ҡыштың һалҡын булмаясағын әйтте

ӨФӨ, 2018 йыл, 25 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Мәләүездә мәктәп уҡыусыһы Наилә Яҡупова халыҡ һынамыштары буйынса Башҡортостанда ҡыштың һалҡын булмаясағы тураһында һөйләне. Ҡыҙ ете йыл дауамында һауа торошон күҙәтә, тәбиғәт күренештәрен өйрәнә, температураны һәм яуым-төшөмдө теркәп бара, йыш ҡына уның фараздары дөрөҫкә сыға.
Күп кенә көҙгө һынамыштар күрһәтеүенсә, быйыл ҡыш һалҡын булмай, ти «халыҡ синоптигы».
«Көҙөн япраҡтар ҡойолоу тиҙ үтә икән, ҡыш ҡаты, оҙаҡ ҡойолмаһа, ҡыш ҡыҫҡа була, — тип һөйләне Наилә урындағы «Пульс-М» гәзитенә. — Хәҙер беҙ шуны күҙәтәбеҙ: тәүге ҡырау был аҙнала ғына төштө, ағастарҙың күбеһе йәшел».
Наилә фаразлауынса, Башҡортостанда һалҡындар тиҙ генә башланмай. Көҙҙөң оҙон һәм йылы булыуы көтөлә. Уңайлы һауа торошо 4 ноябргә тиклем дауам итә. Ноябрҙә ҡар ҡатыш ямғырҙар яуа. Ҡар ноябрь аҙағында йәки декабрь башында ғына ята. Ҡыҙҙың күҙәтеүҙәре буйынса, ҡыш көнө ҡыҫҡа ваҡытлы һыуыҡтар йылы һауа торошо менән алмашына. Яуым-төшөмдөң уртаса, ләкин уҙған йылға ҡарағанда күберәк булыуы көтөлә. Ғинуарҙа ҡыйыҡтан тамсы тамыуы кеүек күренештәр көтөлмәй.
Уҡыусы төбәктә климаттың үҙгәреүе тураһында ла һөйләй: «Йылдан-йыл һауа торошо бер айға күсә бара. Быйыл яҙ оҙайлы булды, июнь буйына тиерлек көндәр һалҡынса торҙо, ысын йәй июлдә генә башланды. Көҙ менән ҡыш та календарҙан күсә. Йыл һайын ҡар япмаһының тәрәнлеген үлсәйбеҙ һәм ҡышҡыһын яуым-төшөмдөң аҙ яуыуын күҙәтәбеҙ».
Ә бына Рәсәй Гидрометеорология үҙәгенең ҡышҡы айҙарға фараздары буйынса, республика биләмәһендә декабрҙең уҙған йылға ҡарағанда һалҡыныраҡ булыуы көтөлә, ғинуарҙа температура нормаға ярашлы фаразлана (-14,8 градус). Февралдә республиканың баш ҡалаһында уртаса 13,3 градус булыуы күҙаллана. Мартта былтырғыға ҡарағанда йылыраҡ була. Март айында Өфөлә уртаса айлыҡ һауа температураһы — 6 градус.
http://www.bashinform.ru/news/1229255-shkolnitsa-v-bashkirii-po-primetam-opredelila-chto-predstoyashchaya-zima-ne-budet-surovoy-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика