10:31 (UTC+5), 25 Октября 2018

Башҡортостан таможняһы үҙенең статусын үҙгәртте

автор
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 25 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Башҡортостан таможняһы 24 октябрҙән үҙенең статусын үҙгәртте — Волга буйы федераль округындағы бөтә төбәк таможнялар кеүек үк фактик контроль таможняһы тип атала. Үҙгәртеп ҡороуҙың маҡсаты — бизнес өсөн таможня ябай һәм уңайлы, ә дәүләт һәм ҡулланыусылар өсөн һөҙөмтәле һәм хәүефһеҙ булырға тейеш.
«Илдең таможня органдары яңы форматҡа — электрон таможняға күсте. 2020 йылға илдә бөтәһе 16 электрон таможня булдырыу күҙаллана. Эшмәкәрлектең яңы этабын Волга буйы таможня идаралығы асты. Уның составында Рәсәйҙәге тәүге электрон таможня — Түбәнге Новгородта Волга буйы электрон таможняһы эшләй башланы. Электрон төрҙәге декларациялар шунда тапшырыла.Ҡалғандары фактик контроль таможнялары булып тора. Быйыл Урал һәм Төньяҡ Кавказ таможня идаралыҡтары составында электрон таможнялар асыла», — тип хәбәр итте журналистар менән осрашыуҙа төбәк ведомствоһы начальнигы Марат Сәфиуллин.
Уның һүҙҙәренсә, яңылыҡтар таможня операцияларын ябайлаштырыуға һәм тиҙләтеүгә йүнәлтелгән, был сауҙа күләмен арттырырға һәм иҡтисадты үҫтереү өсөн һөҙөмтәле сара булырға, бизнестың ваҡытлыса һәм хаҡ сығымдарын, коррупция хәүефен кәметергә тейеш.
http://www.bashinform.ru/news/1229211-bashkortostanskaya-tamozhnya-izmenila-svoy-status/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика