07:30 (UTC+5), 25 Октября 2018

Башҡортостан биләмәһе буйлап «Бөйөк Урал юлы» уҙа

Олег Яровиков
Гөлфиә Акулова
ӨФӨ, 2018 йыл, 25 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостан биләмәһендә «Бөйөк Урал юлы» туристик проекты ғәмәлгә ашырыла. Яңы берләштерелгән туристик продукттың концепцияһы менән Сочиҙа «Экологик туризм» халыҡ-ара конференцияһында «Башҡортостан» милли паркы директоры Владимир Кузнецов һәм «Ырымбур ҡурсаулыҡтары» федераль дәүләт бюджет учреждениеһы директоры Рәфилә Бакирова таныштырҙы.
Авторҙарҙың уй-фекере буйынсы, проект Рәсәйҙең алты субъектында бер төркөм федераль һәм төбәк тәғәйенләнештәге айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләрен берләштерә һәм туристар өсөн яңы – өйрәнелмәгән һәм тотонолмаған Уралды аса. 5,5 мең саҡрымдан ашыу оҙонлоҡтағы маршрут көньяҡтан Урал алдының ҡалҡыу тигеҙ ерҙәре буйлап Ырымбур далаларынан төньяҡта Төньяҡ Боҙло океан ярҙарына тиклем һуҙыла һәм сүплектәрҙән тыш, бөтә тәбиғәт-климат зоналарын үҙ эсенә ала. «Бөйөк Урал юлы» һуҡмағы буйлап үтеп, туристар Уралдың иң яҡшы тәбиғәт урындарын күрә, боронғо тауҙар түбәләренә үрләй, тәүтормош кешеләре йәшәгән күренекле мәмерйәләрҙә була, ҡырағай аттар менән фото төшә, ысын башҡорт балынан ауыҙ итә, шулай уҡ бында йәшәүсе халыҡтарҙың үҙенсәлеге менән таныша ала. Ойоштороусылар һүҙҙәренсә, транспорт уңайлығы һәм үҫешкән автомобиль юлдары селтәре, аэропорттар, тимер юл вокзалдары проект биләмәһенең өҫтөнлөгө булып тора. Бөтә донъянан кешеләр «Бөйөк Урал юлы»н йәйәү, машинала йәки һыу буйлап үтә һәм элек ишетеп-белгән ерҙәрҙе күрә ала. Проектты конференцияла алға китешкән тип атанылар.
http://www.bashinform.ru/news/1229221-po-territorii-bashkirii-budet-prokhodit-velikiy-uralskiy-put/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика