09:01 (UTC+5), 25 Октября 2018

Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтының Кушнаренко селекция үҙәген Фәнил Исламов етәкләне

Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты сайты
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 25 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтының емеш-еләк культуралары һәм виноград буйынса Кушнаренко селекция үҙәген быға тиклем Кушнаренко районы Матвей ауыл советы хакимиәте башлығы булып эшләгән 37 йәшлек Фәнил Исламов етәкләне. Был хаҡта институттың рәсми сайтында хәбәр ителә.
Фәнил Исламов Кушнаренко районында тыуып үҫкән, «ауыл хужалығын механизациялау» һөнәре буйынса Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлаған.
«Селекция үҙәгенең мөмкинлектәре ҙур һәм дөйөм маҡсат – учреждениеның элекке данын кире ҡайтарыу», — ти ул.
Селекция үҙәге тарихында виноградтың рекордлы уңышы – 10 тонна һуғыштан һуң, 1947 йылда йыйып алынған. Һуңғы йылдарҙа тулайым йыйым өстән биш тоннаға тиклем тәшкил итә. Учреждениены һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү уның Рәсәйҙә иң төньяҡ виноград плантацияһы булыуына һәм тап ошонда һыуыҡҡа сыҙамлы виноград уйлап табылыуына бәйле. Улар теләһә ниндәй һауа шарттарында ла тотороҡло уңыш алырға мөмкинлек бирә.
Виноградтан тыш, үҙәктә Башҡортостан шарттарына районлаштырылған алма, груша, ҡарағат, ҡурай еләге үҫентеләре, ер еләге һәм башҡа культураларҙың үрсетмәһе үҫтерелә.
http://www.bashinform.ru/news/1229062-kushnarenkovskiy-selektsentr-nii-selskogo-khozyaystva-bashkirii-vozglavil-fanil-islamov/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика