11:30 (UTC+5), 24 Октября 2018

Өфөлә маршрутҡа өҫтәмә 140 автобус сығарылды, легаль булмағандар машруттарҙан алынды

Олег Яровиков
Артём Вәлиев
ӨФӨ, 2018 йыл, 24 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артём Вәлиев/. Быға тиклем Өфөлә пассажирҙар ташыу маршруттары буйынса йөрөгән легаль булмаған ташыусыларҙың бөтәһе лә тиерлек маршруттан сығарылды, уларҙың автобустары тартып алынды. Транспорт уңайһыҙлығын бөтөрөү өсөн легаль ташыусыларҙың 140-тан ашыу автобусы, шул иҫәптән «Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһының күп кеше һыйышлы 40 автобусы маршрутҡа сығарылды. Ошо хаҡта «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәрсеһенә интервьюла республиканың Транспорт буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов белдерҙе.
«Кисә (23 октябрҙә) Өфө ҡалаһы һәм районы урамдарынан 1224 берәмек кесе класлы автобус китте, — тип һөйләне чиновник. — Ташыусылар, яһалма рәүештә автобустарға ҡытлыҡ ойоштороп, шантаж юлы менән беҙгә баҫым яһарға маташты, әммә беҙ легаль булмаған ташыусылар ихтыярына буйһонмайбыҙ. Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Фәрит улы Хәбировтың йөкләмәһе бар, Өфө һәм республиканың башҡа ҡалалары урамдарын тәртипкә килтереү, шул иҫәптән легаль булмаған автобустарҙы ҡулға алыу буйынса эш дауам итәсәк. Хәлде тулыһынса контролдә тотабыҙ».
Башҡортостандың Транспорт буйынса дәүләт комитеты рәйесе һүҙҙәренсә, дөйөм алғанда, легаль булмаған автобустарҙы юлдарҙан алыу менән бәйле килеп тыуған хәлде атҡарып сыға алабыҙ. «Башавтотранс» тарафынан күсмә берәмек иҫәбе Өфө ҡалаһы буйлап 40 ҙур автобусҡа арттырылды. Легаль ташыусылар – шәхси компаниялар яғынан күсмә состав тағы 100-ҙән ашыу автобусҡа артты», — тип билдәләне ул.
Башҡортостандың баш ҡалаһында транспорт мәсьәләһен хәл итеүҙең нимәнән башланыуы тураһында «Куда катится этот город» проектында уҡығыҙ.
http://www.bashinform.ru/news/1228551-v-ufe-dopolnitelno-vyvedeno-140-avtobusov-nelegaly-ot-marshrutov-otstraneny/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика