Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+11 °С
12:00 (UTC+5), 24 Октября 2018

Башҡорт ҡурсаулығының таулы йылғаларында ярты быуат үткәс бағыр балығы табылған

Башҡорт ҡурсаулығы
Әлим Фәйезов
ӨФӨ, 2018 йыл, 24 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы хеҙмәткәрҙәре Бөрйән районындағы сенсация тураһында һөйләй: һуңғы 55 йыл эсендә тәүгә Айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәһендәге Урал йылғаһы бассейны йылғаларында бағыр балығы табылған.
«Ҡурсаулыҡ шишмәләрен һәм йылғаларын сираттағы тикшереү барышында ғилми бүлек хеҙмәткәрҙәре Нур Яныбаев һәм Сергей Монахов бағыр балығы тотҡан. Беренсе ҡарашҡа – аптырарлыҡ нәмә юҡ. Әммә бындай табыш ярты быуаттан ашыу булмаған. Йылға бағырын һуңғы тапҡыр ҡурсаулыҡта алыҫта ҡалған 1963 йылда ғалим-зоолог Г.В. Парамонов тотҡан һәм был турала теркәгән. Шунан алып был балыҡ башҡаса осрамаған да, тотолмаған да. Ҡыҫҡа ҡойроҡло көмөш балыҡты Ҡараһыу, Тимерҙәк һәм Бәләкәй Ҡаҙмаш йылғаларында тотҡан. Зоолог С.В. Кириков һәм башҡа ғалимдар был балыҡты 60 йылдарҙан һуң да осратҡан, тик ҡурсаулыҡтан ситтәге йылғаларҙа», — тип һөйләне «Башинформ» агентлығына Башҡорт ҡурсаулығының экологик аң-белем таратыу эшмәкәрлеге буйынса директор урынбаҫары Әлиә Денисламова.
Заманында күренекле натуралист һәм яҙыусы Сергей Тимофеевич Аксаков: «Ырымбур губернияһының йәйгеһен боҙ кеүек, үтә һыуыҡ һәм тау гәлсәре кеүек, тап-таҙа йылғаларында бағыр балығы күпләп осраны. Ләкин йән-яҡтан күсеп килгән төрлө тоҡомдан һәм төрлө ырыуҙан, хәйер, иҫ киткес ерҙе ныҡлап баҫып алмаған халыҡ уның бәтхә туғайҙарын тапап һәм таҙа һыуҙарҙы бысратып бөттө. Хәҙер бағыр балығы бик аҙ, әммә барыбер күп. Ул миңә таныш ҡайһы бер йылғаларҙың үрге ағымында ғына ҡалған». Яҙыусы һәм һунарсы үҙе ете фунт (3 килограмм) ауырлыҡта сыбарҡайҙы тотауҙарын күргән. Хәҙер ҙур бағырҙы Көньяҡ Уралда, әлбиттә, күрмәҫһең», - тип яҙған.
Башҡорт ҡурсаулығында күп йылдар балыҡтар экологияһы темаһы буйынса тикшеренеү эше алып барыла. Урындағы һирәк осрай торған балыҡтар төрөнә кире йоғонто ғалимдарҙы һәм эколог-практиктарҙы күптән борсой. Ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәре Татарстандың Экология проблемалары институтынан коллегалары һәм башҡа илдәрҙән ген инженерияһы буйынса белгестәр менән бергә Башҡортостандың таулы-урман зонаһында һирәк осрай торған һөмбашлы балыҡтар отрядын өйрәнеү буйынса эш алып бара. Уға ябай бәрҙенән тыш, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Ҡыҙыл китабына индерелгән йылға бағыры һәм ябай ҡыҙылбалыҡ инә. Бер төркөм насар шарттар сәбәпле уларға юғалыу хәүефе янай, тип билдәләй Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы хеҙмәткәрҙәре.
http://www.bashinform.ru/news/1228448-v-gornykh-rechkakh-bashkirskogo-zapovednika-spustya-polveka-obnaruzhena-forel/?sphrase_id=7494698
1 из 2
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика