11:40 (UTC+5), 23 Октября 2018

Республикала мәктәпкәсә балаларҙы ололарҙың һөнәрҙәре менән таныштыралар

Туймазы районы хакимиәте
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 23 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Йома, 26 октябрҙә, Туймазы ҡалаһында «Алтын ҡулдар» селтәрле индустриаль мәктәбенең төбәк форумы уҙа. Уны Туймазы районы хакимиәте, Туймазы индустриаль колледжы ойоштора. Сараның партнерҙары – Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы һәм Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы. Форум сиктәрендә өс тематик майҙансыҡ эшләй: индустриаль колледжда – «Эшсе һөнәрҙәрҙе популярлаштырыу буйынса иң яҡшы тәжрибәләр» майҙасығы, Туймазы ҡалаһының 8-се мәктәбендә – һөнәри йүнәлеш буйынса майҙансыҡ, 24-се балалар баҡсаһында – иртә һөнәри йүнәлеш буйынса майҙансыҡ.
Быйыл яҙын Туймазыла «Алтын ҡулдар» селтәрле индустриаль мәктәбенең проекты эшләй башланы, уны үҫтереү буйынса биш йыллыҡ программа раҫланды. Пилот проектында ҡала мәктәптәре, Туймазы индустриаль колледжы, Башҡорт дәүләт университетының инженерия факультеты, «Туймазы бетон ташыусы машиналар заводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Уралтехнострой-Туймазыхиммаш» акционерҙар йәмғиәте, «3-сө төҙөлөш фирмаһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, өҫтәмә белем биреү учреждениеһы ҡатнаша. Быйыл иртә һөнәри йүнәлеш сиктәрендә тәүгә проектҡа Туймазы ҡалаһының мәктәпкәсә учреждениелары – 18, 20, 24-се балалар баҡсалары ҡушылды. Сәнәғәт туризмы – эшләүсе сәнәғәт предприятиеларына экскурсиялар ойоштороу мәктәпкәсә балаларҙы ололарҙың һөнәрҙәре менән таныштырыуҙа яңы алып булып тора, тип хәбәр иттеләр муниципалитет хакимиәтендә.
http://www.bashinform.ru/news/1228028-v-bashkirii-doshkolnikov-znakomyat-s-professiyami-vzroslykh/
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика