
«Яңыраҡ Керчта булған фажиғә бөтәбеҙ өсөн ҡурҡыныс һабаҡ һәм ошо эште көсәйтеү кәрәклеге тураһында иҫкәртеү булды. Енәйәтсе бинаға ҡаршылыҡһыҙ ҡорал, шартлатҡыс индергән. Һөҙөмтәлә 21 кеше һәләк булған, уларҙың күбеһе – үҫмерҙәр, тиҫтәләгән кеше зыян күргән, - тип һөйләне Радий Хәбиров. - Хоҡуҡ һаҡлау органдары килеп сыҡҡан хәлде тикшерә. Әммә беҙ үҙебеҙ өсөн һығымта яһарға, шул иҫәптән республикабыҙҙа ошондай фажиғә булмаһын өсөн саралар күрергә тейеш. Бындай осраҡ, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, быйыл Стәрлетамаҡ мәктәбендә булды. Шуға был йәһәттән проблемалы төбәктәр исемлегенә инеүебеҙҙе аңларға тейешбеҙ. Бөтә кимәлдәге власть органдары, көс структуралары – беҙ республикала йәшәүсе һәр кеше ғүмере һәм һаулығы өсөн шәхсән яуаплыбыҙ. Бер минутҡа ошо хаҡта онотмауығыҙҙы һорайым».
«Бөгөн белем биреү ойошмаларының өстән бер өлөшөндә тиерлек, ә ул меңдән ашыу, видеокүҙәтеү системаһы юҡ. Һуңғы биш йылда хәүефһеҙ белем биреү шарттары булдырыуға төрлө кимәлдәге бюджеттарҙан 1,5 миллиард һумға яҡын бүленгән. Быйыл тағы 116 миллион һум бүлеү күҙаллана. Әммә ул әлегә етмәй», - тип билдәләне Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы.
«Шулай уҡ урындағы үҙидара органдары менән балалар булған, атыу, травматик һәм башҡа ҡоралдар теркәлгән ғаиләләр исемлеген әҙерләүегеҙҙе һорайым. Урындарҙа мәғариф бүлектәре ошондай мәғлүмәтте белергә, ә урындағы участковыйҙар ата-әсәләр менән ҡорал һаҡлау мәсьәләләре буйынса иҫкәртеү эштәре алып барырға тейеш тип иҫәпләйем. Мәктәптә енәйәтте иҫкәртеү, булдырмау буйынса тағы ниндәй өҫтәмә саралар ҡабул итеү кәрәклеген анализлау, уйлау шарт. Һеҙ бөтәгеҙ ҙә – ошо өлкәлә профессионалдар. Шуға яҡшылап уйларға, инициатива белдерергә тәҡдим итәм», - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды төбәк Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.