Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
22+ °C
Ясна
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Октябрь 2018, 10:00
Көҙгө каникулдарҙа Башҡортостан уҡыусылары бер көнгә күберәк ял итә ала
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 23 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Быйыл Башҡортостанда көҙгө каникулдар 1 көнгә оҙағыраҡҡа һуҙыла, сөнки улар дәүләт байрамы менән тура килә.
Был аҙна беренсе мәктәп каникулдары алдынан һуңғыһы. Балалар 28 октябрҙән 5 ноябргәсә ял итә. Ә кемдәр шәмбе уҡый, уларға йома, 26 октябрь – һуңғы уҡыу көнө.
Икенсе сиректә тәүге ҡыңғырау 6 ноябрҙә яңғырай. Башҡортостандың Мәғариф министрлығы ғәҙәттә яңы уҡыу йылы башында мәктәп каникулдарын, дәүләт байрамдарынан сығып, билдәләргә кәңәш итә. Әммә һуңғы ҡарарҙы белем биреү йорто етәкселеге ҡабул итә һәм уға мәктәптә уҡытыу системаһы (сиректәр; триместрҙар; модулдәр) йоғонто яһай.
Башланғыс класс уҡыусылары уҡыу йылында 35 көн (йәйге каникулдарҙы иҫәпләмәгәндә) ял итә, өлкән кластар – 30 көн. Ул 1-4 кластағы балаларға уҡыу процесына яраҡлашыу һәм өйрәнеү кәрәклеге менән бәйле.
http://www.bashinform.ru/news/1227684-v-osennie-kanikuly-shkolniki-bashkirii-smogut-otdokhnut-na-odin-den-dolshe/
Автор:
Эльмира Сабирова
Теги:
белем биреү
көҙгө каникулдар
Читайте нас: