Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.05
+0.27
98.64
+0.62
83.68
+0.01
6+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Октябрь 2018, 16:12

Өфөләге биш балалар баҡсаһында медицина бүлмәләре юҡ, тиҫтәгә яҡыны лицензияһыҙ эшләй

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 23 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Өфө мәктәптәренең 63 538 уҡыусыһына 62 табип һәм 87 шәфҡәт туташы тура килә. Был хаҡта ҡала хакимиәтендәге оператив кәңәшмәлә мэрияның халыҡтың һаулығын һаҡлау бүлеге начальнигы Рәдиф Сабиров хәбәр итте. Әлеге ваҡытта ҡаланың барлыҡ мәктәптәрендә лә медицина учреждениелары менән балаларҙы хеҙмәтләндереү өсөн лицензиялар рәсмиләштерелгән. Баш ҡаланың ике лицейы (160-сы һәм 161-се) документҡа ҡул ҡуйыу стадияһында.
Өфө властары һүҙҙәренсә, ҡалалағы белем биреү учреждениеларында медицина хеҙмәткәрҙәренең етмәүе күҙәтелә.
«Биш балалар баҡсаһында медицина бүлмәләре юҡ (7-се, 31-се, 35-се, 56-сы һәм 71-се балалар баҡсалары), — тип билдәләне Рәдиф Сабиров. — Социаль объекттарҙы төҙөгәндә был биналар иҫәпкә алынмаған. Һигеҙ мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһында медицина бүлмәләре бар, ләкин улар лицензияһыҙ эшләй (1-се, 4-се, 14-се, 45-се, 47-се, 150-се, 273-сө, 275-се балалар баҡсалары). Һуңғылары иҫке биналарҙа урынлашҡанлыҡтан, санитар нормаларға һәм ҡағиҙәләргә тап килмәй».
Баш ҡала хакимиәтенең халыҡтың һаулығын һаҡлау бүлеге мәғлүмәте буйынса, ҡалалағы балалар баҡсаларында 326,5 шәфҡәт туташы ставкаһы бар, әммә был урындарҙа 191 медицина хеҙмәткәре генә эшләй.
Бөгөн Өфөләге балалар баҡсаларында тәрбиәләнеүселәрҙе хеҙмәтләндергән медицина хеҙмәткәрҙәре Өфөнөң Мәғариф идаралығы ҡарамағында. Рәдиф Сабиров һүҙҙәренсә, мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларындағы медицина хеҙмәткәрҙәрен Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ҡарамағына күсереү тураһында мәсьәлә республика Хөкүмәтендә ҡарала.
Өфө мэры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Салауат Хөсәйенов ҡала райондары башлыҡтарына яңғыраған проблемаларҙы контролдә тоторға һәм улар буйынса хәл итеү юлын тәҡдим итергә ҡушты.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республиканың һаулыҡ һаҡлау системаһында тәртип урынлаштырыуҙы, поликлиникалар төҙөү, кадрҙарҙы ситкә ебәрмәү менән шөғөлләнеүҙе талап итте.
http://www.bashinform.ru/news/1227930-v-pyati-detsadakh-ufy-otsutstvuyut-meditsinskie-kabinety/
Читайте нас: