12:50 (UTC+5), 23 Октябрь 2018

2018 йылда республикала 5,5 мең ғаилә күп балалы статусын алды

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 23 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. 2018 йылдың ғинуарынан сентябренә тиклем Башҡортостанда ғаиләлә өсөнсө булып тыуған 5 451 бала теркәлгән. Шулай итеп, туғыҙ айҙа республикала 5,5 мең күп балалы ғаилә барлыҡҡа килгән.
Ошо осорҙа Башҡортостанда бөтәһе 35 842 сабый донъяға ауаз һалған, улар иҫәбендә 452 игеҙ, алты өс игеҙ, 1648 дүртенсе һәм 797 бишенсе һәм унан күберәк балалар. Республика Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте һуңғы туғыҙ айҙың йомғаҡтары буйынса мәғлүмәттәрҙе баҫтырып сығарҙы.
Ведомствола әйтеүҙәренсә, Өфөнөң Киров һәм Калинин райондары, шулай уҡ Стәрлетамаҡ ҡалаһы игеҙ балаларҙың тыуыуы буйынса тәүге урынды биләй. Өфөнөң Совет районында — ике, Нефтекама, Салауат ҡалаларында, Ишембай һәм Благовещен райондарында берешәр өс игеҙ бала донъяға килгән.
Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, әле Башҡортостанда 45 мең күп балалы ғаилә йәшәй. Улырҙың 24 меңгә яҡыны төрлө социаль ярҙам саралары менән файҙалана.
Шуны өҫтәп үтәйек: 2019 йылдан Башҡортостанда һигеҙ бала тәрбиәләгән ишле ғаиләләр 600 мең һум аҡса алыу хоҡуғына эйә. Тейешле закон проекты республика Хөкүмәте һәм Хеҙмәт министрлығы тарафынан әҙерләгән һәм Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса комитеты ултырышында ҡаралған.
http://www.bashinform.ru/news/1228150-okolo-5-5-tysyach-semey-bashkirii-poluchili-status-mnogodetnykh-v-2018-godu/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика