09:30 (UTC+5), 22 Октября 2018

«Әр-Рәхим» мәсетен төҙөп бөтөү өсөн кәмендә 5-6 миллиард һум кәрәк

Гөлфиә Акулова
ӨФӨ, 2018 йыл, 22 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. «Әр-Рәхим» мәсетен төҙөп бөтөү өсөн кәмендә 5-6 миллиард һум кәрәк. Ошо хаҡта «Рәсәй. Башҡортостан» телеканалына интервьюла республиканың беренсе президенты Мортаза Рәхимов һөйләне.
Башҡортостан халҡын борсоған күптән көтөлгән мәсеттең төҙөлөп бөтәсәкме тигән һорауына «Урал» хәйриә фонды етәксеһе алдағы өс-дүрт йылда объектты төҙөп бөтөп була тип белдерҙе.
«Эйе, халыҡ көтә, беләм. Әммә ябай кешеләрҙән мәсет төҙөүгә аҡса һорау дөрөҫ булмай. Минеңсә, предприятиены тергеҙергә кәрәк. Ә мәсет төҙөү өсөн кәмендә 5-6 миллиард һум кәрәк. Фонд ошо изге эшкә 2 миллиард һум һалды», - тине Рәхимов.
«Әр-Рәхим» мәсете 2007 йылда төҙөлә башланы һәм әлеге ваҡыты туңдырылған килеш тора. Бер нисә йыл элек уның тирәләй Башҡортостан мосолмандары Диниә нәзараты, проекттың төп инвесторы булып сығыш яһаусы «Урал» хәйриә фонды һәм Өфө мэрияһы араһында конфликт килеп тыуҙы. Уның сәбәптәренең береһе булып, мосолмандан Диниә назаратының «Мөслим-сити» тип йөрөтөлгән девелопер проекты торҙо. Шунан һуң банкир һәм Башҡортостан президентына элекке дәғүәсе Сергей Веремеенко инвесторҙар табырға вәғәҙә итте. Күптән түгел республиканың яңы етәкселегенә мәсет төҙөп бөтөүгә булышлыҡ итеү үтенесе менән Башҡортостандың өс традицион конфессияһы башлыҡтары Нурмөхәмәт Ниғмәтуллин, Владыка Никон һәм Дан Кричевский мөрәжәғәт итте.
http://www.bashinform.ru/news/1226926-dlya-zaversheniya-stroitelstva-mecheti-ar-rakhim-nuzhny-minimum-5-6-milliardov-rubley/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика