08:38 (UTC+5), 19 Октября 2018

Башҡортостандың ауыл хужалығы тураһында: Өфөлә яңы китап нәшер ителде

Башҡортостан матбуғаты
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 19 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Өфөлә «Сельское хозяйство Башкортостана — стратегия успеха» тигән китап донъя күрҙе. Баҫма биттәрендә республиканың ауыл хужалығы тармағының мөһим ҡаҙаныштары тәҡдим ителгән, Башҡортостан предприятиеларының оҙаҡ йылдар туплаған баһалап бөтөргөһөҙ тәжрибәһе тураһында бәйән ителгән. «Башҡортостан матбуғаты» нәшриәт йорто баҫып сығарған китап тарихи һәм аналитик материалдарҙан тора, Рәсәй иҡтисадының аграр секторына ҡарата дәүләт сәйәсәте, агросәнәғәт комплексы өлкәһендә өҫтөнлөклө инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу тураһында мәғлүмәт еткерә.
Китап биттәрендә муниципаль һәм төбәк власть вәкилдәре, предприятиелар етәкселәре, тармаҡ белгестәре материалдары менән танышырға, шулай уҡ республиканың байтаҡ райондарының бөгөнгө көнө тураһында һөйләгән һәм уҡыусылар менән киләсәккә пландар менән уртаҡлашҡан ауыл эшсәндәренең фекерен белергә мөмкин.
Баҫманың электрон версияһын һылтанма буйынса ҡарарға була.
http://www.bashinform.ru/news/1226575-vse-o-selskom-khozyaystve-bashkirii-v-ufe-izdana-novaya-kniga-/
1 из 1
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика