10:00 (UTC+5), 19 Октября 2018

Башҡортостанда йәш ғалимдар республика Башлығының 1 миллион һумлыҡ грантын алыу мөмкинлегенә эйә

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 19 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров «Йәш ғалимдарға Башҡортостан Республикаһы гранттары тураһында»ғы указға ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы, Башҡортостан Фәндәр академияһы йәш ғалимдарҙың фәнни проекттары конкурсының башланыуы хаҡында иғлан итә. Унда 35 йәшкә тиклемге аспиранттар һәм фән кандидаттары ҡатнаша ала. Йыл һайын һәр береһе 1 миллион һумлыҡ 30 грант ҡаралған: 15 грант – аспиранттарға, 15-е – фән кандидаттарына.
Проекттарҙы тапшырыу ваҡыты — 18 ноябргә ҡәҙәр. Уларҙы Башҡортостан Фәндәр академияһы ҡабул итә. Адресы: 450008, Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 15, 201-се бүлмә (канцелярия, e-mail: kanz@anrb.ru ), бәйләнеш өсөн телефондар: (347) 272-78-46, 272-78-55.
Рәсәй Йәш ғалимдар союзының төбәк бүлексәһендә билдәләүҙәренсә, тәҡдим ителгән программа илдә фәнде үҫтереүҙе дәртләндереүҙең яңы төрө булып тора.
http://www.bashinform.ru/news/1226280-v-bashkirii-molodye-uchenye-poluchat-granty-glavy-respubliki-v-razmere-1-milliona-rubley/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика