05:00 (UTC+5), 18 Октября 2018

Ҡырымда өс көнлөк матәм иғлан ителгән

Екатерина Кейзо / ТАСС
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 18 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Ҡырымда Керчтағы фажиғә менән бәйле өс көнлөк матәм иғлан ителгән. «Крыминформ» порталы мәғлүмәттәре буйынса, урындағы политехник колледжындағы шартлау һәм атыш һөҙөмтәһендә 19 кеше һәләк булған һәм яҡынса 50 яраланған, ул күбеһенсә уҡыусылар. 4-се курс студенты Владислав Росляков бергә уҡыған уҡыусыларға һәм уҡытыусыларға ҡарата ут асҡан, теракттан һуң үҙ-үҙен үлтергән. Үлтереү тураһында енәйәт эше асылған. Тикшереү бара. Әлегә билдәле булған мәғлүмәттәр буйынса, студенттың, ҡоралдар һәм оҡшаш ваҡиғалар менән ҡыҙыҡһыныуынан тыш, сәбәбе булмаған.
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Ҡырым Башлығы Сергей Аксёновҡа, Керчтағы политехник колледжында булған фажиғә менән бәйле ҡайғы уртаҡлашыуын белдереп, телеграмма ебәрҙе.
«Ҡот осҡос фажиғә тураһында хәбәр республика халҡының йөрәген һыҙлатты. Беҙ туғандаш Ҡырым халҡы менән бергә ҡайғы кисерәбеҙ. Һәләк булғандарҙың туғандарына һәм яҡындарына сабырлыҡ һәм рух ныҡлығы», – тиелә телеграммала.
http://www.bashinform.ru/news/1225807-v-krymu-obyavlen-trekhdnevnyy-traur/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика