09:32 (UTC+5), 18 Октября 2018

«Башҡортостан 24» телеканалы аҙна һайын йома вәғәздәрен күрһәтә

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 18 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Тәүлек әйләнәһенә эшләгән «Башҡортостан 24» телеканалы аҙна һайын йома вәғәздәрен күрһәтергә ниәтләй. Өфөләге Беренсе йәмиғ мәсетенән вәғәзде иртәгә, 19 октябрҙә, көндөҙгө сәғәт 1-ҙә ҡарарға мөмкин. Уны Рәсәйҙең Юғары мөфтөйө Тәлғәт Тажетдин уҡый.
Телеканал директоры Рәмзит Әбүләев һүҙҙәренсә, тапшырыу дингә ышанған мосолмандар өсөн мотлаҡ һаналған йома намаҙына барырға ваҡыты йәки ышанысы етмәгән кешеләргә тәғәйенләнгән.
«Улар өлкән йәштәге, һаулыҡ мөмкинлектәре сикле кешеләр, йәш балалы әсәләр йәки сәйәхәтселәр булыуы ихтимал. Намаҙға һәр гаджеттан ҡушылыу мөмкинлеге бар», — тине телеканал директоры.
«Башҡортостан 24» телеканалын Яндекс.Эфирҙа, Башҡортостан провайдерҙарының кабель селтәрҙәрендә һәм «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы сайтында ҡарарға була. Тәүлек әйләнәһенә эшләгән канал Smart TV функциялы телевизорҙарҙың һәм Android, iOS платформаларындағы мобиль телефондарҙың ҡушымталарында ла күрһәтә.
http://www.bashinform.ru/news/1225757-telekanal-bashkortostan-24-budet-translirovat-ezhenedelno-pyatnichnye-propovedi/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика