07:01 (UTC+5), 17 Октября 2018

Республикала «Ҡауҙы көнө» 72 балалар йорто тәрбиәләнеүсеһенә ғаилә табырға ярҙам итте

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 17 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостанда «Ҡауҙы көнө» 72 балалар йорто тәрбиәләнеүсеһенә ғаилә табырға ярҙам итте. Әлеге социаль проект 2016 йылдан тормошҡа ашырыла һәм етем балаларға, потенциаль ата-әсәләргә бер-береһен табыуға үҙ өлөшөн индерә. Тәүге тапҡыр интернатта тәрбиәләнеүселәрҙе буласаҡ ата-әсәләре менән таныштырыуҙың ошондай ғәҙәти булмаған формаһы Өфөләге Ш.Хоҙайбирҙин исемендәге 1-се башҡорт республика балалар йортонда һынап ҡаралды, ә һуңынан «Ҡауҙы көнө»н республикалағы барлыҡ балалар йорттары күтәреп алды.
Бөгөн ошо акцияны уҙғарыу һөҙөмтәһендә 72 бала ғаиләләрҙә тәрбиәләнә. Был — иң мөһиме, тип һыҙыҡ өҫтөнә алдылар Башҡортостан Мәғариф министрлығында.
«Ҡауҙы көнө»ндә ҡәтғи сикләүҙәр юҡ, был ике яҡ өсөн дә әһәмиәтле. Улар тәбиғи шарттарҙа таныша һәм аралаша, бергә уйнай, ниндәйҙер эштәр башҡара һәм шул рәүешле бер-береһен яҡындан белә.
Сираттағы «Ҡауҙы көнө» йома, 19 октябрҙә, Стәрлетамаҡ балалар йортонда уҙғарыла. Быйыл бында Салауат, Стәрлетамаҡ, Күмертау, Ҡыуғанаҡ, Йомағужа балалар йорттарынан 50 тәрбиәләнеүсе һәм ата-әсәне алмаштырыусыға 50 кандидат килә.
Ҡатнашыусыларҙы бай программа көтә: «Спорт менән дуҫлыҡ» спорт эстафетаһы, «Дэнс-терапия», «Әкиәттә ҡунаҡта», «Ҡайҙа ҡоймаҡ, беҙ шунда» берлектәге ижади оҫталыҡ дәрестәре, шулай уҡ тренинг элементтары менән күңел асыу уйындары.
Башҡортостан Мәғариф министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, әлеге ваҡытта республика балалар йорттарында 520 бала йәшәй.
http://www.bashinform.ru/news/1225209-v-bashkirii-den-aista-pomog-obresti-semi-72-vospitannikam-detskikh-domov/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика