08:00 (UTC+5), 17 Октябрь 2018

Өфө аэропорты кемдең исемен йөрөтөр: тәүге 10 исем аталды

автор
Ксения Калинина
ӨФӨ, 2018 йыл, 17 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Өфөлә 16 октябрҙә «түңәрәк өҫтәлдә» Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы «Өфө» халыҡ-ара аэропортына бөйөк Башҡортостан ватандашының исемен биреү буйынса федераль проектҡа ҙур тыңлауҙар уҙғарҙы. Сарала белгестәр, баш ҡаланың әүҙем халҡы һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнашты. Республикала йәшәүселәрҙән Башҡортостан Йәмәғәт палатаһына бөтә мөмкин булған ысулдар – телефон, электрон почта аша, һораулама барышында – 40 кандидатура буйынса 1,5 меңдән ашыу фекер килде.
«Кешеләр республиканың төрлө мөйөшөнән шылтыратты. Быға тиклем бер проектҡа ла ошондай ҙур ҡыҙыҡһыныу булманы», - тип билдәләне Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ольга Панчихина һәм тәүге 10 исемде атаны:
Мостай Кәрим, халыҡ шағиры, яҙыусы;
Муса Гәрәев, хәрби летчик, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы;
Салауат Юлаев, милли герой;
Сергей Аксаков, яҙыусы;
Рудольф Нуриев, балет артисы;
Миңлеғәли Шайморатов, генерал-майор;
Федор Шаляпин, опера йырсыһы;
Александр Матросов, Советтар Союзы Геройы;
Михаил Нестеров, рәссам;
Сергей Довлатов, яҙыусы, журналист.
Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы рәйесе һүҙҙәренсә, тәҡдим ителгән һәр кандидатураның исеме Өфө аэпорортына биреүгә лайыҡ.
Конкурс 5 декабрҙә тамамлана – Рәсәй халҡы аэропорттарға биргән исемдәр билдәле була.
http://www.bashinform.ru/news/1225040-kakoe-imya-prisvoyat-ufimskomu-aeroportu-nazvany-top-10-liderov/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика