11:40 (UTC+5), 17 Октября 2018

Башҡортостан парламенты Дәүләт Думаһына асыҡ тыңлауҙар инициаторҙары даирәһен киңәйтергә тәҡдим итте

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 17 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Дәүләт Думаһы Башҡортостан парламенты тәҡдим иткән «Рәсәй Федерацияһында урындағы үҙидараны ойоштороуҙың дөйөм принциптары тураһында» федераль закондың 28-се статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында» федераль законды ҡабул итте. Закон контракт буйынса эшләгән урындағы хакимиәт башлыҡтарына асыҡ тыңлауҙар уҙғарыу тәҡдимен индереү хоҡуғын бирә.
«Ғәмәлдәге ҡануниәттә халыҡтың, вәкәләтле органдың йәки муниципаль берәмек башлығының муниципаль хоҡуҡи акттар проекттарын тикшереү өсөн асыҡ тыңлауҙар башланғысы менән сығыш яһай алыуы ҡаралған, — тине Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев. — Башҡортостан һәм башҡа ҡайһы бер төбәктәр өсөн ошондай урындағы үҙидара системаһы хас: муниципалитет башлығы вәкәләтле органдың етәксеһе булып тора, ә ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтары контракт буйынса тәғәйенләнә һәм муниципаль берәмектәрҙең башлыҡтары булып тормай. Практикала тап улар муниципалитеттар менән идара итеүҙе ойоштора һәм халыҡ менән үҙ-ара эш итә. Шулай итеп, муниципалитет етәксеһе унда асыҡ тыңлауҙар башланғысын индереү хоҡуғынан мәхрүм. Беҙ Дәүләт Думаһына ошо хоҡуҡи коллизияны бөтөрөүгә йүнәлтелгән закон проектын индерҙек, һәм беҙҙең башланғыс хуплау тапты».
Республика Дәүләт Йыйылышы закон проектын Дәүләт Думаһына уҙған йылдың декабрендә индергәйне. Башҡортостан парламенты башланғысы Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең һәм Дәүләт Думаһының Федератив ҡоролош һәм урындағы үҙидара мәсьәләләре комитетының ыңғай баһаһын алды. Быйыл апрелдә закон проекты — тәүге, октябрҙә икенсе һәм өсөнсө уҡыуҙа ҡабул ителде. Әлеге ваҡытта ҡабул ителгән закон үҙ көсөнә инмәгән әле. Уның тексы Федерация Советына ебәрелгән. Рәсәй парламентының юғары палатаһы хуплаған осраҡта, закон ҡул ҡуйыу өсөн дәүләт башлығына тапшырыла, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышының матбуғат хеҙмәтендә.
http://www.bashinform.ru/news/1225392-gosduma-podderzhala-initsiativu-parlamenta-bashkirii-o-provedenii-publichnykh-slushaniy/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика