Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
24+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Октябрь 2018, 13:50

Һорау алынғандарҙың 49% Өфөнө карьера үҫеше өсөн иң яҡшы ҡала тип иҫәпләй

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2018 йыл, 16 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Һорау алынған рәсәйҙәрҙең фекере (SuperJob мәғлүмәттәренә ярашлы) буйынса, Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта һәм Төмәндә уңышлы карьера төҙөп була. Баш ҡаланы респонденттарҙың – 74%, төньяҡ баш ҡаланы – 72%, ә өсөнсө ҡаланы 66% билдәләгән.
Өфөлә йәшәүселәрҙең яртыһы тиерлек (49%) Башҡортостандың баш ҡалаһы мөмкинлектәрен карьера төҙөү өсөн уңышлы ҡала булараҡ баһалаған.
Шулай уҡ һөнәри үҫеш өсөн иң яҡшы 10 ҡалаға Екатеринбург (59%), Краснодар (57%), Ҡазан (55%), Түбәнге Новгород һәм Новосибирск (48%), Дондағы Ростов һәм Красноярск (46%), Һамар һәм Иркутск (45%) ингән.
Аусайдерҙарға Омск һәм Тольятти барып сыҡҡан: ошо ҡалала йәшәүселәр һөнәри алға китештә перспективалар күрмәй. Карьера ҡарашынан ошо ҡалаларҙы ыңғай тип ни бары 16% баһалаған.
http://www.bashinform.ru/news/1224821-49-oproshennykh-schitayut-ufu-luchshim-gorodom-dlya-karernogo-rosta/
Автор:Наталья Овчарук
Читайте нас: