10:29 (UTC+5), 16 Октября 2018

Ҡазанда опера һәм балет театры янында Рудольф Нуриевҡа һәйкәл ҡуйылды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 16 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Ҡазанда ижади карьераһын Башҡортостанда башлаған күренекле бейеүсе Рудольф Нуриевҡа һәйкәл ҡуйҙылар. Биш метрлыҡ һын Йәлил исемендәге Татар опера һәм балет театры эргәһендә үҙ урынын тапты. Монументтың авторы — танылған скульптор Зураб Церетели, тип хәбәр итә «Вечерня Казань» гәзите.
Шуны өҫтәп үтәйек: Башҡортостандың баш ҡалаһында «Рудольф Нуриев һәйкәлен әҙерләү һәм ҡуйыу» объекты буйынса инженер-эҙләнеү эштәрен башҡарыуға электрон аукцион иғлан ителгән.
Һәйкәлде Зәки Вәлиди урамында, Социнвестбанк янында ҡуйыу күҙаллана. Һәйкәл ҡойоу кемгә йөкмәтелер — әлегә билдәһеҙ.
Рудольф Нуреев — совет, британ һәм француз балет артисы һәм балетмейстеры, Киров исемендәге Ленинград опера һәм балет театры солисы. 1961 йылда труппаның Париждағы гастролдәре тамамланғас, сәйәси һыйыныу урыны һорай. 1941 йылда Рудольф әсәһе менән Башҡорт АССР-ына эвакуациялана. Өфөләге балалар фольклор ансамблендә бейей башлай, Мәҙәниәт һарайында шөғөлләнә.
Өфөлә Башҡорт хореография колледжы һәм 1993 йылдан Башҡорт опера һәм балет театры сәхнәһендә уҙғарылған Халыҡ-ара балет сәнғәте фестивале, шулай уҡ ҡала урамдарының береһе Рудольф Нуриевтың исемен йөрөтә. Башҡорт опера һәм балет театрында Рудольф Нуриев музейы булдырылған. Шулай уҡ ҡалала бейеүсе хөрмәтенә мемориаль таҡтаташ һәм барельеф ҡуйылған.
http://www.bashinform.ru/news/1224549-u-teatra-opery-i-baleta-v-kazani-ustanovlen-pamyatnik-rudolfu-nureevu/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика