13:15 (UTC+5), 15 Октября 2018

Өфөнөң Нуғай биҫтәһендә мәктәп тулы ҡеүәтенә эшләй башланы

Олег Яровиков
Олег Яровиков
Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2018 йыл, 15 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Өфөнөң Нуғай биҫтәһендә 147-се мәктәп тулы ҡеүәтенә эшләй башланы. Бында 950 уҡыусылыҡ төп уҡыу корпусы файҙаланыуға тапшырылды, ул яңы дөйөм белем биреү учреждениеһының икенсе аҙаҡҡы сираты. Мәктәп өс блоктан торған дүрт ҡатлы бина. Уның дөйөм майҙаны – 22,4 мең квадрат метр, уҡыусылар урыны – 1250.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, мәктәп төҙөлөшө ике сиратта алып барылды. Былтыр 300 уҡыусылыҡ корпус файҙаланыуға тапшырылды – ул башланғыс һәм өлкән кластар блогы, 1250 урынлыҡ ашхана, сисенеү, душ һәм санитар-көнкүреш бүлмәләре менән ике спорт залы, табип кабинеты, процедура, прививка бүлмәләре, стоматолог кабинеты, сәхнә һәм ярҙамсы бүлмә менән 480 урынлыҡ тамаша залы, шулай уҡ бөтә административ һәм инженер бүлмәләре.
Яңы тапшырылған бинала башланғыс һәм өлкән кластар урынлашҡан. Бынан тыш, футбол, волейбол уйнау өсөн спорт майҙансыҡтары, балалар өсөн уйын майҙансыҡтары, йүгереү һуҡмағы, теннис корты, тренажерҙар урынлашҡан, шулай уҡ өй янындағы участка эшләнгән, тип асыҡлыҡ индерҙеләр Өфө хакимиәтендә.
Халыҡ тығыҙ ултырған Нуғайҙағы мәктәп ҡаланың Октябрь районында уҡыу урындары етмәүҙе бөтөрөргә тейеш. Уның ихтыяжы тураһында ойошторолған ете беренсе класс дәлилләй.
http://www.bashinform.ru/news/1223876-v-ufimskom-prigorode-nagaevo-shkola-zarabotala-v-polnuyu-moshch/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика