09:15 (UTC+5), 15 Октября 2018

1 декабргә Өфө властары Радий Хәбировҡа легаль булмаған пассажир ташыусылар тураһында отчет бирергә тейеш

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 15 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 15 октябрҙә Башҡортостан Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә республика Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров Өфө властарынан легаль булмаған пассажир ташыусыларға ҡаршы көрәш тураһында һораны.
«Өфөлә легаль булмаған автобустар йөрөүҙән ҡасан туҡтар? Был нимә, һеҙҙең өсөн хәл итә алмаҫлыҡ мәсьәләме ни? Ҡасан? Мин халыҡҡа башҡаса беҙҙә легаль булмаған ташыусылар йөрөмәй тип яуап бирҙем. Беҙҙә хоҡуҡ һаҡлау структуралары юҡмы ни? Мәскәү — 10 миллионлы ҡала. Хәҙер һеҙ унда бер легаль булмаған ташыусына ла күрмәҫһегеҙ. Әйткәндәй, күп кенә баш ҡалаларҙа ла. Ҡазанда, мәҫәлән. Ә бында нимә? Техасмы ни? Ғөмүмән, бында власть бармы?» — тигән һорауҙар бирҙе ул Өфө мэры вазифаһын башҡарыусы Салауат Хөсәйеновҡа.
Радий Хәбиров чиновниктарға 1 декабргә легаль булмаған пассажир ташыусыларға ҡаршы көрәшеү өсөн ниндәй саралар ҡабул ителгәнлеге тураһында доклад әҙерләргә ҡушты.
http://www.bashinform.ru/news/1224114-k-1-dekabrya-vlasti-ufy-otchitayutsya-radiyu-khabirovu-o-borbe-s-nelegalnymi-perevozchikami/
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика