05:40 (UTC+5), 12 Октября 2018

Өфөнән ир 1 миллион һумлыҡ отошон нисек тотоноуын һөйләне

Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2018 йыл, 12 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Тиҙ лотереяла суперприз – 1 284 554 һум отҡан Өфөнән ир «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһына аҡсаны нимәгә тотонасағын һөйләне.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, отошло лотерея 1 октябрҙә булған. Бәхетле билет баш ҡалала йәшәүсегә 150 һумға төшкән – ул уны мобиль ҡушымтала һатып алған.
«Отош автосервисым үҫешенә китә, ҡорамалдар һатып алам. Бөтәһенеке кеүек, бурысым бар, уларҙы ҡайтарырға кәрәк, шуға барыһына бер аҙ етә», — тип һөйләне Өфөнән ир.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, Башҡортостан Рәсәйҙең тәүге өс уңышлы төбәгенә ингән. 2018 йылда республикала 22 йәшәүсе миллион һумдан ашыу категорияла еңеүсе булған. 85 бәхетле кеше 100 меңдән миллион һумғаса отҡан.
http://www.bashinform.ru/news/1223213-ufimets-rasskazal-kak-potratit-svoy-vyigrysh-v-1-mln-rubley/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика