Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.82
+0.83
92.94
+0.92
64.46
+0.06
9+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Октябрь 2018, 15:22

Республикала дауыл тураһында иҫкәрттеләр

автор
автор
ӨФӨ, 2018 йыл, 10 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты көслө дауыл тураһында иҫкәртте. Республика гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, 11 октябрҙә республикала урыны менән елдең секундына 20-25 метр тиҙлектә иҫеүе көтөлә.
Ҡотҡарыусылар насар һауа шарттарында үтәлергә тейешле хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрҙө. Ел көсәйгәндә биналарҙан сыҡмаҫҡа, балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмаҫҡа кәрәк.
http://www.bashinform.ru/news/1222679-v-bashkirii-obyavleno-shtormovoe-preduprezhdenie/
Читайте нас: