03:00 (UTC+5), 10 Октябрь 2018

Рөстәм Хәмитов граждандарҙы ҡабул итте

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 10 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Кисә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов граждандарҙы ҡабул итте. Төбәк етәксеһе республикала йәшәүселәр менән һаулыҡ һаҡлау, балалар ялын ойоштороу, юл инфраструктураһын үҫтереү, велоспортты популярлаштырыу мәсьәләләрен тикшерҙе.
Мәҫәлән, йәштәр йәмәғәт ойошмаһы вәкиле Ишембай районында йәйге балалар лагерының эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты, артабанғы үҫеше өсөн ойоштороу өлкәһендә булышлыҡ итеүҙе һорап.
Өфө ғалимы һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә үҙенең эш һөҙөмтәһе менән таныштырҙы. Атап әйткәндә, дауалау һәм санатор-курорт учреждениеларында медицина хеҙмәттәрен диверсификациялау темалары өйрәнелде.
Нуғай ауылында йәшәүсе Өфөнөң Зинин ҡасабаһы эргәһендә транспорт сиселешен проектлау һәм төҙөү тураһында һорауҙы күтәрҙе. Республика Башлығы проект эшләүгә Башҡортостандың Юл хужалығы буйынса эксперт советының бюджеттан аҡса бүлеүҙе раҫлауын билдәләне. Проектлауҙы 2019 йылда тамамлау күҙаллана.
Башҡортостан Велосипедсылар союзы рәйесе Регина Билалова һәм ойошманың башҡарма директоры Станислав Сырыгин Рөстәм Хәмитовҡа Башҡортостанда «Велореспублика» форумын уҙғарыу башланғысы менән мөрәжәғәт итте. Муниципаль район һәм ҡала округтары етәкселәре өсөн сараны 2018 йылдың декабрендә ойоштороу күҙаллана. Форум программаһына күмәк велосипед спортын популярлаштырыуға арналған лекциялар һәм практик фекер алышыуҙар инә.
Граждандарҙы ҡабул итеү йомғаҡтары буйынса, Башҡортостан Хөкүмәтенә, республика министрлыҡтарына һәм ведомстволарына, шулай уҡ муниципалитеттар башлыҡтарына тейешле йөкләмәләр бирелде.
http://www.bashinform.ru/news/1222288-rustem-khamitov-provyel-lichnyy-priyem-grazhdan/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика