Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.69
0
98.56
0
82.82
-0.85
1+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Октябрь 2018, 16:49

Өфөлә республикалағы иң заманса мәктәп — 1-се лицей асылды

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2018 йыл, 9 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Быйыл 1-се лицей уҡыусылары өсөн 9 октябрь Белем көнөнән дә шатлыҡлыраҡ байрам. Бөгөн йылдан ашыуыраҡ күләмле төҙөкләндереү эштәренән һуң уларҙың туған мәктәбе үҙ ишектәрен асты. Ремонт ваҡытында балалар Ғафури урамындағы 2-се башҡорт лицейында уҡыны.
1-се лицей — республиканың 100 йыллығы уңайынан төҙөлгән тағы ла бер объект. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов уҡытыусыларҙы, балаларҙы, уларҙың ата-әсәләрен яңы мәктәпкә күсеүҙәре менән ҡотларға һәм барлыҡ эштәрҙең ашыҡмайынса, сифатлы итеп башҡарылғанын ҡарарға килде.
«Бөгөн яңы бинала яңы тормош һәм яңы хәрәкәт башлана, — тине Рөстәм Хәмитов. — Мин мәктәбегеҙҙең тарихын беләм һәм мәктәп ҡыҙыҡлы, данлыҡлы, ысынлап та беренсе тип әйткем килә. Бында бик күп билдәле һәм, бәлки, ныҡ танылыу яуламаһа ла, республикабыҙ өсөн байтаҡ эштәр башҡарған кешеләр уҡыған. Ошо республика өсөн етди, көслө, аҡыллы кешеләр әҙерләп сығарыу традицияһы лицей эшмәкәрлегенең нигеҙе була ла инде. Беҙҙең республика — Рәсәй Федерацияһының көслө субъекты. Мәғариф системаһын тәртипкә килтереүгә ҙур сығымдар өсөн мөмкинлегебеҙ бар, һәм ошо лицей миҫалында теләк булғанда алдыбыҙҙағы саҡырыуҙарҙы һәм бурыстарҙы тиҙ, һәйбәт, матур итеп башҡарып сыға алырға мөмкин икәнлеген күрергә була. Бер-ике йыл элек кенә иҫке ярым емерек бина урынына шундай заманса комплекс төҙөләсәгенә бер кем дә ышанмай ине. Киләсәктә лә ошондай эш алыр барырбыҙ. Мәғариф һәм уҡытыу системаһы алдында бурыстарыбыҙ бар әле, беҙ ошо саҡырыуҙарҙы үтәргә тейеш».
Уҡыусыларға мөрәжәғәт итеп, республика Башлығы уларға төплө белем алыуҙарын теләне.
Мәктәп уҙған йылдың майында ремонтҡа ябылғайны. Бер йылдан ашыуыраҡ ваҡыт эсендә бында лицейҙың 4 ҡатлы яңы корпусы төҙөлгән, элекке 5 ҡатлы корпусы яңыртылған, биләмә төҙөкләндерелгән.
Бинала һаулыҡ мөмкинлектәре сикле балалар өсөн ике лифт, 30-ҙан ашыу уҡыу бүлмәһе, процедура һәм стоматология кабинеттары менән медицина блогы, ике спорт залы, 300-ҙән күберәк урынлыҡ тамашалар залы, шулай уҡ баскетбол уйындары өсөн универсаль спорт майҙансыҡтары, ритмика һәм хореография менән шөғөлләнеү өсөн залдар, оҙайтылған көн төркөмдәре өсөн уйын бүлмәһе, 400 урынлыҡ ашхана, китапхана бар.
Иң мөһиме, балалар бер сменала уҡый. Реконструкцияға тиклем бында 600-ҙән ашыу уҡыусы килә ине, хәҙер уларҙың һаны 775-кә еткән.
Дөйөм белем биреү учреждениеһы буйлап экскурсиянан һуң Рөстәм Хәмитов мәктәптең оҡшауы хаҡында әйтте.
«Киләһе йылда республикала 10-15, шул иҫәптән балалар баҡсаһы менән берләштерелгән мәктәп төҙөлә. 2020, 2021 йылдарға ла төҙөлөш планлаштырыла, — тине республика Башлығы. — Быйыл Стәрлетамаҡта 1250 урынлыҡ ҙур мәктәп, Баҡалы районында 600-700 уҡыусылыҡ мәктәп, Ҡариҙел районында белем усағы файҙаланыуға тапшырыла.
Бер үк ваҡытта балалар баҡсалары, яслеләр буйынса программа ғәмәлгә ашырыла. Алдағы бер нисә йылда киҫкен мәсьәләләр хәл ителер».
http://www.bashinform.ru/news/1222110-v-ufe-otkrylas-samaya-sovremennaya-shkola-v-respublike-litsey-1/
Читайте нас: