10:04 (UTC+5), 09 Октября 2018

Өфө дәүләт нефть техник университеты ректоры Рәмил Бәхтизин Башҡортостан вуздарының ректорҙар советы рәйесе итеп һайланды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 9 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Өфө дәүләт нефть техник университеты ректоры 8 октябрҙә советтың Өфө дәүләт нефть техник университетында уҙған сираттағы ултырышында бер тауыштан Башҡортостан вуздарының ректорҙар советы рәйесе итеп һайланды. Уға тиклем советты 2015 йылдан алып Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Раил Әсәҙуллин етәкләне. Ул сентябрь аҙағында ректор вазифаһын ҡалдырҙы һәм Башҡортостан Дәүләт Йыйылышына эшкә күсте.
2018 йылдағы ҡабул итеү кампанияһы йомғаҡтарын һәм республика юғары уҡыу йорттарының һөнәри йүнәлешле эш системаһын тикшереү ултырыштың көн тәртибенең төп пункттарының береһе булды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2018 йылда Башҡортостан вуздарына 19 221 кеше уҡырға ингән. Бюджетлы уҡытыу формаһына 9 337 абитуриент алынған, бюджеттан тышҡа — 9 884. Уҙған йыл менән сағыштырғанда бюджет урындары һаны 6% кәмегән. Республиканан ситтәге вуздарға Башҡортостандан 5 меңдән ашыуыраҡ (21%) абитуриент уҡырға ингән.
Совет ағзалары һөнәри йүнәлеш эшмәкәрлеген һөҙөмтәлерәк ойоштороу маҡсатында министрлыҡтар һәм ведомстволар, вуздар, урта махсус белем биреү йорттары, дөйөм белем биреү ойошмалары һәм эш биреүселәрҙең көсөн берләштерергә хәл итте.
Февралдә Өфөлә Рәсәй Ректорҙар союзы Советының күсмә ултырышы була. Сара Конгресс-холда һәм республиканың юғары уҡыу йорттарында уҙа.
http://www.bashinform.ru/news/1221962-predsedatelem-soveta-rektorov-vuzov-bashkirii-stal-rektor-ugntu-ramil-bakhtizin/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика