07:00 (UTC+5), 09 Октября 2018

Башҡортостанда умартасылар өсөн социаль селтәр ойошторалар

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Розалиә Вәлиева
ӨФӨ, 2018 йыл, 9 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. «Регагро» мәғлүмәт системаһы сайтында шәхси умартасы кабинеты әҙерләнә. Уның ярҙамында башҡа умартасылар һәм ветеринар табиптар менән бәйләнешкә инергә мөмкин була. Умартасылыҡта иҫәпте автоматлаштырыу тураһында «Регагро» хайуандар иҫәбе милли системаһы һәм теркәү проекты етәксеһе Сергей Шерстобитов һөйләне.
Башҡортостанда бөтә умарталарға чип ҡуйыла, мәғлүмәт берҙәм реестрға индерелә. Бал һатып алыусы продукцияның төрөү материалына баҫтырылған QR-кодты уҡый һәм ҡайҙа, ҡасан һәм кем етештергәнен, миҙгел дауамында бал ҡорттары ниндәй дарыуҙар менән эшкәртелгәнен белә ала.
Умартасының шәхси кабинетын 2019 йылдың йәйенә әҙерләү күҙаллана. Сайтта бөтә күсеүҙе күҙәтергә, ауырыу усаҡтары тураһында белергә, ветеринар документтар сығарырға, клиникалар менән бәйләнешкә инергә мөмкин.
Әлеге ваҡытта шәхси кабинет менән эре һәм бәләкәй эре мөгөҙлө мал хужалары файҙалана ала. Унда яңы хайуан теркәргә, репродукция, вакцинациялар һәм ауырыуҙар тураһында мәғлүмәт индерергә, мотлаҡ саралар (эшкәртеү, вакцинация) календарын ҡарарға, хайуанды салыуға йәки бөтөрөүгә ғариза тапшырырға, электрон паспорт, ветеринар карта йәки белешмә төҙөргә һәм баҫып сығарырға, теркәлгән хужалар һәм хайуандар реестры менән танышырға мөмкин. «Регагро» сайты мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда хәҙер 5507 ат, 304 мең 52 баш эре мөгөҙлө мал, 14 721 сусҡа, 132 540 һарыҡ, 16 464 кәзә һәм бер эт теркәлгән – һуңғыһы республиканың Мишкә районында йәшәй.
http://www.bashinform.ru/news/1221922-v-bashkirii-sozdadut-sotsialnuyu-set-dlya-pchelovodov/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика