Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.26
-0.33
99.71
-0.56
86.97
-0.03
-3 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Октябрь 2018, 10:00

11 октябрҙә өфөләрҙе «Минең республика» тигән милли квестҡа саҡыралар

ӨФӨ, 2018 йыл, 9 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. 11 октябрҙә Республика көнө хөрмәтенә Өфөлә «Минең республика» тигән милли квест үтә. Программа Ҡунаҡһарай майҙанынан төштә башлана. Ҡатнашыусыларға эштәр менән ҡала картаһы бирелә, уларҙы үтәгән өсөн улар балл йыя. Еңеүсе команда бүләк ала.
Башҡортостан тарихына һәм мәҙәниәтенә арналған сара «Аҫылташ» бренды сиктәрендә ойошторола. Уның маҡсаты – башҡорт халҡының мәҙәни-тарихи мираҫын үҫтереү, башҡорт телен популярлаштырыу һәм үҫтереү, йәштәрҙе берләштереү һәм уларҙың үҙ-ара мәҙәни байыуы өсөн ҡоралдар булдырыу.
Квеста ҡатнашырға теләүселәргә алдан теркәлергә кәрәк.
http://www.bashinform.ru/news/1221809-11-oktyabrya-ufimtsev-priglashayut-na-natsionalnyy-kvest-moya-respublika/
Автор:Әлфиә Әғлиуллина
Читайте нас: