11:46 (UTC+5), 08 Октябрь 2018

Өфөлә мэр вазифаһына кандидаттарҙан документтар ҡабул ителә башланы

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 8 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Бөгөн, 8 октябрҙә, Өфө хакимиәте башлығы вазифаһына документтар ҡабул итеү башланды.
Конкурста ҡатнашыу өсөн документтар тапшырған кандидаттарҙың фамилиялары 15 октябргә тиклем иғлан ителмәй. 15 октябрҙә, ҡабул итеү комиссияһының эше тамамланғас, ҡала Советының рәсми сайтында кандидаттарҙан документтар ҡабул итеү йомғаҡтары тураһында мәғлүмәт баҫылып сығырға тейеш.
22 октябрҙә конкурс комиссияһының кандидаттарҙы конкурста ҡатнашыуға үткәреү ултырышы була, уның йомғаҡтары буйынса мәғлүмәтте иғлан итеү күҙаллана.
29 октябрҙә хакимиәт эшенә ҡағылышлы федераль, республика һәм муниципаль ҡануниәт белемен баһалауҙы үҙ эсенә алған конкурс, шулай уҡ кандидаттар менән әңгәмәләшеү була.
Ҡала Советының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, кандидатты ҡала башлығы хакимиәте вазифаһына раҫлау тураһында ҡарарҙы депутаттар октябрь ултырышында ҡабул итә. Яңы мэр менән килешеүгә шул уҡ көндә ҡул ҡуйыла.
Бынан алда «Башинформ» агентлығы кемдең мэр була алыуы, ниндәй документтар һәм уларҙы ҡайҙа тапшырырға кәрәклеге тураһында ентекле инструкция әҙерләгәйне.
http://www.bashinform.ru/news/1221522-v-ufe-startoval-priyem-dokumentov-ot-kandidatov-na-dolzhnost-mera/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика