07:00 (UTC+5), 08 Октября 2018

Башҡортостанда «ҡара» урман ҡырҡыусылар 8,5 миллион һумға урман киҫкән

Олег Яровиков
Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2018 йыл, 8 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы «Урман» оператив-иҫкәртеү операцияһы йомғаҡтарын иғлан итте. Операцияның төп маҡсаты – законһыҙ урман ҡырҡыуҙы һәм ағас әйләнешен туҡтатыу.
«Урман» операцияһы 17-30 сентябрҙә уҙғарылды. Был ваҡыт эсендә республика биләмәһендә Эске эштәр министрлығы менән берлектә дөйөм алғанда 600-ҙән ашыу рейд уҙғарылды. Дөйөм 2,4 мең кубометрҙан ашыу ағас ташыған 200-ҙән күберәк йөк машинаһы тикшерелде. Урман ҡануниәте талаптарын боҙоп, ағас ташыған 11 машина тотолдо.
Башҡортостандың Урман хужалығында хәбәр итеүҙәренсә, ошо операциялар һөҙөмтәһендә төбәктә 45 законһыҙ урман ҡырҡыу осрағы асыҡланды. Законһыҙ әҙерләнгән ағас күләме 158 кубометр тәшкил итте. Операция барышында законһыҙ ҡырҡыуҙарҙан урман фондына килтерелгән дөйөм зыян күләме 8,5 миллион һум тиерлек булды.
http://www.bashinform.ru/news/1220829-v-bashkirii-chernye-lesoruby-narubili-lesa-na-8-5-mln-rubley/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика