05:10 (UTC+5), 08 Октябрь 2018

Башҡортостан – Географик диктантҡа майҙансыҡтар иҫәбе буйынса алдынғы

Николай Разуваев
Наталья Овчарук
ӨФӨ, 2018 йыл, 8 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. 11 ноябрҙә бөтә ил буйынса Географик диктант уҙа. Рус географик йәмғиәтенең Бағыусылар советы рәйесе Владимир Путин инициаторы булған акция дүртенсе тапҡыр үтә.
Бөгөн Географик диктантты ҡабул итәсәк майҙансыҡтарҙы теркәү дауам итә. Юбилейлы 1000-се майҙансыҡ Сызрань ҡалаһында Губерния колледжы базаһында урынлаша.
«Бөгөнгө көнгә теркәлгән майҙансыҡтар иҫәбе буйынса Башҡортостан Республикаһы шикһеҙ лидер булып тора – бында акцияны уҙғарыу өсөн 175 пункт асылған. 100 майҙансыҡ Ставрополь крайында теркәлгән. Өсөнсө урынды Татарстан Республикаһы, Краснодар крайы, Мәскәү ҡалаһы һәм өлкәһе бүлешә – һәр төбәктә 50-шәр майҙансыҡ», — тип билдәләнеләр Рус география йәмғиәтендә.
Үҙ белемен рәсәйҙәр генә түгел, Аргентина, Көньяҡ Африка Республикаһы, Тайланд, Норвегия, Дания, Франция, Испания, Италия, Төркиә, Финляндия, Эстония, Азербайжан һәм башҡа илдәр халҡы ла тикшерә ала.
http://www.bashinform.ru/news/1221247-bashkiriya-lider-po-kolichestvu-ploshchadok-geograficheskiy-diktant/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика