Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.51
-0.79
98.91
-0.65
88
+0.1
13+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Октябрь 2018, 17:34

Баш ҡалабыҙ аэропортына данлыҡлы яҡташыбыҙҙың исеме бирелә

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2018 йыл, 8 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. 15 октябрҙә Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы Өфө аэропортына яңы исем биреү өсөн тауыш биреү иғлан итә. Ошо көндәрҙә Рәсәй Федерацияһы Йәмәғәт палатаһында «Рәсәйҙең бөйөк исемдәре» проекты менән таныштырҙылар.
«Рәсәйҙә бөйөк исемдәр күп, һәм был ил өсөн тарихи капитал тип әйтер инем. Ләкин беҙ ошо тарихи капиталға һаҡсыл ҡарамайбыҙ кеүек тойола миңә, — тине Рәсәй Федерацияһының Йәмәғәт палатаһы башлығы Валерий Фадеев. — «Рәсәйҙең бөйөк исемдәре» проекты — йәмәғәт башланғысы, был тәҡдимде Рус География йәмғиәте, Рус әҙәбиәте йәмғиәте, Рәсәй тарих йәмғиәте, Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәте индерҙе. Илдең Йәмәғәт палатаһы ла унда ҡатнашырға һәм эшкә ярҙам итергә хәл итте».
Тауыш биреүҙән һуң дөйөм пассажирҙар ағымы 170 миллион кеше тәшкил иткән халыҡ-ара һәм федераль әһәмиәттәге 45 аэровокзалға исем биреү күҙ уңында тотола.
Атап әйткәндә, Башҡортостандың баш ҡалаһы аэропорты түбәндәге яҡташтарыбыҙҙың: Салауат Юлаев, Сергей Довлатов, Мостай Кәрим, Рудольф Нуриев, Сергей Аксаковтың исемен алыуы мөмкин. Һорау алыуға 20 меңгә яҡын ирекмән йәлеп ителә.
http://www.bashinform.ru/news/1221574-ufimskomu-aeroportu-prisvoyat-imya-vydayushchegosya-zemlyaka/
Читайте нас: