08:01 (UTC+5), 05 Октября 2018

Уҡытыусы көнө: Башҡортостан мәктәптәрендә педагогтарҙың 88% — ҡатын-ҡыҙҙар

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 5 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Йыл һайын 5 октябрҙә уҡытыусыларҙың һәм мәғариф өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамы билдәләнә. Ул 1994 йылда булдырылған.
Бөгөн республиканың мәғариф өлкәһендә 132 меңдән ашыу хеҙмәткәр эшләй. Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, Башҡортостандың дөйөм белем биреү учреждениеларында 40 меңдән ашыу уҡытыусы һәм етәксе хеҙмәткәр иҫәпләнә. Уҡытыусыларҙың 91% юғары белемле. Мәктәптәрҙә кадрҙарҙың даимилығы күҙәтелә: һәр икенсе педагогтың 20 йылдан ашыуыраҡ эш тәжрибәһе бар.
Урта махсус уҡыу йорттарының 4,8 мең уҡытыусыһынан 98% — юғары белемгә, 137 кеше — фән кандидаты дәрәжәһенә, 12 кеше доцент ғилми дәрәжәһенә эйә. 5,2 мең кешенән 875 уҡытыусы — фән докторы, 3278-е — фән кандидаты, 569-ы — профессор, 1847-һе — доцент.
Мәктәп уҡытыусыларының күпселеге (88%) — ҡатын-ҡыҙҙар, урта махсус уҡыу йорттары уҡытыусылары араһында улар 77%, вуздарҙа — 58%, тип хәбәр иттеләр Башҡортостанстаттан.
http://www.bashinform.ru/news/1220660-den-uchitelya-v-shkolakh-bashkirii-trudyatsya-bolee-40-tysyach-uchiteley/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика