12:25 (UTC+5), 05 Октября 2018

Республика парламенты спикеры уҡытыусылар менән мәғарифты үҫтереү перспективаларын тикшерҙе

асыҡ сығанаҡ
Әлим Фәйезов
ӨФӨ, 2018 йыл, 5 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы», «Йәш йыл уҡытыусыһы», «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы», «Татар теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» республика конкурстары еңеүселәре һәм лауреаттары менән осрашыу уҙғарҙы. Сара Халыҡ-ара уҡытыусы көнөндә булды, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының матбуғат хеҙмәтенән.
Константин Толкачев уҡытыусылар араһында һөнәри оҫталыҡ конкурстарын уҙғарыу республикала яҡшы йолаға әүерелде тип билдәләне.
«Мәғариф – Башҡортостан дәүләт власы органдары эшмәкәрлегендә һис шикһеҙ беренселектә ул, - тине парламент Рәйесе. - Беҙ республикала белем биреү эшмәкәрләгенең бөтә өлкәләрен яңыртыуға һәм яңы сифатҡа күсереүгә булышлыҡ итербеҙ. Һис шикһеҙ, кеше, уның киләсәге беҙҙең иғтибар үҙәгендә ҡалырға тейеш. Уҡытыусылар ҙа, балалар ҙа үҙҙәрен яҡшы тойһон, иртәгәге көнгә ышаныс менән ҡараһын, ижади һәләттәрен тормошҡа ашыра алһын өсөн беҙгә бергәләп эшләргә кәрәк».
Парламент Рәйесе уҡытыусылар менән республикала мәғарифты үҫтереү перспективаларын, был өлкәлә хәл итергә кәрәк мәсьәләләрҙе тикшерҙе, шулай уҡ педагогтарҙы байрам менән ҡотланы, республиканың мәғариф хеҙмәткәрҙәренә һәм ветерандарына ныҡлы һаулыҡ һәм ғаилә именлеге теләне, конкурстар еңеүселәренә рәхмәт хаттары тапшырҙы. Бүләкләнгәндәр араһында Өфө, Стәрлетамаҡ ҡалаларынан, Туймазы районынан уҡытыусылар.
Уҡытыусыларҙы тәбрикләүҙә шулай уҡ Дәүләт Йыйылышы Рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова, Мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса парламент комитеты рәйесе Раил Әсәҙуллин, Башҡортостан мәғариф министрының беренсе урынбаҫары Илдар Мәүлетбирҙин ҡатнашты.
http://www.bashinform.ru/news/1220705-spiker-parlamenta-bashkirii-obsudil-s-uchitelyami-perspektivy-razvitiya-obrazovaniya-/
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика