10:48 (UTC+5), 05 Октября 2018

Башҡортостандың иң яҡшы уҡытыусылары 200-шәр мең һум аҡса алды

Лина Сарбаева
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 5 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Халыҡ-ара уҡытыусылар көнөндә Өфөлә, Башҡортостан Хөкүмәте Йортонда, юғары ҡаҙаныштарға өлгәшкән уҡытыусыларҙы тантаналы ҡабул итеү ойошторолдо. Сараға иң яҡшы уҡытыусыларҙың федераль конкурсы еңеүселәре һәм республиканың дәүләт наградалары менән билдәләнгән педагогтар саҡырылды.
33 уҡытыусы 200 мең һум күләмендәге Бөтә Рәсәй премияһын алды. Улар араһында – математика, биология, география, рус теле һәм әҙәбиәте, информатика фәндәренән уҡытҡан ауыл һәм ҡала мәктәптәре уҡытыусылары. Бөгөнгө наградаларға ҡарамаҫтан, улар яңы ҡаҙаныштарға ынтыла.
«Быйыл минең класым мәктәп тамамлай, уҡыусыларымдың БДИ-ны уңышлы тапшырыуҙарын һәм теләгән уҡыу йорттарына уҡырға инеүҙәрен теләйем», — ти грант алыусыларҙың береһе.
Һөнәрегеҙҙә нимәне яратаһығыҙ тигән һорауға, уйлап тормайынса, «балалар менән осрашыуҙы» тип яуап бирәләр.
Бүләкләү тантанаһы алдынан Башҡортостандың мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова һәр билдәле дәүләт, иҡтисад һәм мәҙәниәт эшмәкәре артында ябай ғына мәктәп уҡытыусыһы тороуын билдәләне.
«Тап һеҙ шәхесте формалаштыраһығыҙ, — тип мөрәжәғәт итте уҡытыусыларға ведомство башлығы. — Йәмғиәтебеҙҙе үҫтереүҙә уҡытыусының роле бик ҙур, сөнки тап һеҙ киләсәк быуынды тәрбиәләйһегеҙ. Беҙгә ғорурланырға нигеҙ бар».
Иң яҡшы уҡытыусылар конкурсы 2006 йылдан уҙғарыла. Ошо ваҡыт эсендә унда 1750 уҡытыусы еңеүсе булды, тип иҫкә төшөрҙө министр. Бөгөн педагогик эшмәкәрлектә юғары ҡаҙаныштары өсөн премияға лайыҡ булған тағы ла 33 уҡытыусы уларҙың сафын тулыландырҙы.
Бөгөн юғары һөнәри оҫталығы һәм мәғариф өлкәһендә күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградаларына лайыҡ булған уҡытыусылар ҙа бүләкләнде.
Республика инженер лицей-интернатының химия уҡытыусыһы Айнур Ғүмәров министр ҡулынан Башҡортостандың Почет грамотаһын алды, Дүртөйлө ҡалаһының 6-сы «Ҡояшҡай» балалар баҡсаһы мөдире Зинфира Әхмәтшина, Өфөнөң Совет районы хакимиәтенең гуманитар мәсьәләләр һәм мәғариф буйынса идаралығының мәғариф бүлеге белгесе Лариса Улямаева, А.М. Горький исемендәге 3-сө гимназияның немец теле уҡытыусыһы Алһыу Улитко «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре» исемдәренә лайыҡ булды.
Тағы ла туғыҙ уҡытыусы Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусылары булды.
http://www.bashinform.ru/news/1220757-luchshie-uchitelya-bashkirii-poluchili-po-200-tysyach-rubley/
1 из 3
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика