17:45 (UTC+5), 05 Октября 2018

Башҡортостанда ике йылда яңы балалар баҡсалары төҙөлә

Олег Яровиков
Олег Яровиков
Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2018 йыл, 5 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостанда ике йылда (2018-2019 йылдар) 17 яңы мәктәпкәсә учреждение төҙөлә. Был маҡсатҡа 1 миллиард 300 миллион һум бүленгән, тип мәғлүмәт бирҙе республика мәғариф министрының беренсе урынбаҫары Илдар Мәүлетбирҙин. Балалар баҡсаларын Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Мәсетле, Белорет, Ейәнсура, Салауат, Краснокама, Борай, Саҡмағош, Өфө райондарында, шулай уҡ Бәләбәйҙә һәм Күмертауҙа һалалар.
«2021 йылға тиклем өс йәшкә тиклемге балаларҙы тулыһынса мәктәпкәсә белем биреү менән тәьмин итергә тейешбеҙ. Был бик етди, амбициялы бурыс, әммә беҙ уны үтәй алабыҙ, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Илдар Мәүлетбирҙин. - Башҡортостан – иң төҙөгән республика. Ошондай балалар баҡсалары һанын Рәсәйҙә бер нидәй субъект та төҙөмәй».
Өс йәштән ете йәшкәсә балаларҙы мәктәпкәсә белем биреү менән тәьмин итеү буйынса алдағы бурысты республика уңышлы атҡарҙы, тип хәтергә төшөрҙө министрҙың беренсе урынбаҫары.
Шулай уҡ Илдар Мәүлетбирҙин мәғариф учреждениеларын ремонтлауға йыл һайын өҫтәмә бер миллиард һум бүлергә ҡарар ителеүен өҫтәне.
http://www.bashinform.ru/news/1220900-v-bashkirii-v-blizhayshie-dva-goda-postroyat-novye-detskie-sady-gde-oni-poyavyatsya/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика