Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.59
+0.02
100.27
-0.14
86.25
+0.84
1+ °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Октябрь 2018, 08:50

Баш ҡала халҡын Республика көнө хөрмәтенә ат-спорт байрамына саҡыралар

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2018 йыл, 5 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостандың баш ҡалаһында 11 октябрҙә «Аҡбуҙат» ипподромында Республика көнө хөрмәтенә ат-спорт байрамы уҙа.
Төбәк Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, байрамдың төп ваҡиғаһы ат сабышы буйынса «Ҡанатлы Ат» бәйгеһе финалы була. Алдағы дүрт этап йыл дауамында Дүртөйлө, Иглин, Дыуан һәм Баймаҡ райондары ипподромдарында уҙған.
Бынан тыш, байрам ҡунаҡтары Башҡортостандың сиктәш төбәктәренән жокейҙар һәм һыбайлылар ҡатнашыуында ат сабыштарын һәм бәйгеләр күрәсәк.
Көндөҙгө сәғәт 1-ҙә башлана.
http://www.bashinform.ru/news/1220440-ufimtsev-priglashayut-na-konnosportivnyy-prazdnik-v-chest-dnya-respubliki/
Автор:Галина Бахшиева
Читайте нас: