11:32 (UTC+5), 04 Октября 2018

Башҡортостанда 23 кеше талпан энцефалиты менән сирләгән, улар араһында балалар бар

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 4 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостанда талпан энцефалиты менән зарарланыуҙың 23 осрағы теркәлгән, улар иҫәбендә 17 йәшкәсә ике бала бар, тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына Башҡортостан буйынса Роспотребнадзорҙан. Талпандарҙың әүҙемлек миҙгеле йомғаҡтары буйынса, мониторинг мәғлүмәттәренә ярашлы, медицина учреждениеларына талпандан тешләнгән 10113 кеше мөрәжәғәт иткән, уларҙың 1894-е - балалар.
Ведомствола билдәләүҙәренсә, вакцинация талпан энцефалитынан һаҡланыуҙың иң ышаныслы ысулы булып тора. Ваҡытында яһалған прививка ғына сирҙең ауыр һәм үлемесле формаларынан һаҡлай. Белгестәр киләһе йылда талпандарҙан һаҡланыу өсөн ағымдағы йылдың октябрь-ноябрь айҙарында уҡ прививка эшләтергә кәңәш бирә.
Вакцинацияны көҙгөһөн башлау, икенсе прививканы яҙ көнө — март-апрелдә яһатыу яҡшыраҡ, тип билдәләйҙәр Башҡортостан буйынса Роспотребандзорҙа. Беренсе һәм икенсе прививкалар араһында ҡулай ваҡыт биш-ете ай тәшкил итә. Ике прививка алғандан һуң, тәбиғәттә талпандар күренә башлауға кешелә энцефалитҡа ҡаршы тора алыу һәләте барлыҡҡа килә. Ревакцинация вакцинация курсы тамамланғандан һуң бер йыл үткәс эшләнә. Артабан ревакцинация өс йылға бер тапҡыр уҙғарыла. Талпан энцефалитына ҡаршы прививканы поликлиникаларҙың прививка кабинеттарында эшләтергә мөмкин.
http://www.bashinform.ru/news/1220329-v-bashkirii-kleshchevym-entsefalitom-zaboleli-23-cheloveka-sredi-nikh-est-deti/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика