06:55 (UTC+5), 04 Октября 2018

Баш ҡалала Ислам университеты Ҡаҙағстан имамдары өсөн квалификация күтәреү курстары ойоштора

Олег Яровиков
Әлим Фәйезов
ӨФӨ, 2018 йыл, 4 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Башҡортостан делегацияһы Ҡаҙағстан Республикаһының Уральск ҡалаһында үткән «Донъяуи дәүләт: закондың һәм диндең үҙ-ара эшмәкәрлеге» халыҡ-ара конференцияһында ҡатнашты.
Форумда фекер алышыуға күтәрелгән төп темаларҙың береһе – дини экстремизм менән көрәшеү алымдары, шулай уҡ дин хеҙмәтселәренең хоҡуҡи белемен күтәреү юлдары. Тема ярайһы уҡ көнүҙәк, сөнки һуңғы ваҡытта Яҡындағы Көнсығыш илдәренең билдәле бер төркөмдәре социаль селтәрҙәр менән әүҙем файҙалана, уларҙа мосолман туғандарын хәрби джихад эшләргә саҡыра, бының өсөн Сүриәгә барыу һәм һуғышыу мотлаҡ түгел тип аңалата.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, форумда ҡатнашыусылар билдәләүенсә, бындай пропагандағы ҡайһы бер кешеләр, айырыуса йәштәр яуап бирә. Сәбәптәрҙең береһе дин әһелдәрен насар әҙерләүгә ҡайтып ҡала.
Ошо хаҡта форумда Башҡортостан делегацияһы етәксеһе, Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының Рәсәй ислам университеты проректоры Мөрсәл Әхмәтов һөйләне. Ул Ҡаҙағстан имамдарын ошо уҡыу йортонда квалификация курстарын үтергә саҡырҙы. Шул уҡ ваҡытта уҡытыу, йәшәү һәм Өфөгә килеү буйынса бөтә сығымдарҙы үҙенә ала. Был тәҡдимде форумда ҡатнашыусылар рәхмәт менән ҡабул итте, шул хаҡта Ҡаҙағстан мосолмандары Диниә назараты Юғары мөфтөйө Ораз Серек-бай Кажы әйтте, тип хәбәр иттеләр Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының Рәсәй ислам университетында.
http://www.bashinform.ru/news/1220167-islamskiy-universitet-v-ufe-organizuet-dlya-imamov-kazakhstana-kursy-povysheniya-kvalifikatsii-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика